Бөгөн Мәликәнең атаһын һуңғы юлға оҙаттылар. Һәр ваҡыт эргәһендә булыр һымаҡ ине ҡәҙерлеһе. Ни өсөн шулай иртә? Һөйләшер һүҙҙәре, һорар кәңәштәре лә бөтмәгәйне бит әле. Юғары уҡыу йортонда дүртенсе курсты тамамлап, имтихандарын тик “биш”ле билдәләренә генә тапшырып, ашҡынып ҡайтҡайны тыуған йортона. Дуҫлашып йөрөгән егете тураһында ла серен сисмәксе ине. Үкенескә ҡаршы, өлгөрмәне... Бала саҡтан Мәликә атаһын ныҡ яратты. Күп балалар әсәһен яҡын итһә, ул атаһы эргәһенән китмәне. Малайҙар ыңғайына утын ташышып, сөй ҡағышып, таҡта тотошоп йөрөнө. “Атаһының ҡыҙы” тип шаярта ине күршеләре йыш ҡына. Сабыр, тыныс холоҡло булды ҡәҙерлеһе. Бәләкәй саҡта яңылыш эш боҙһаң да, тауыш күтәрмәне. Аҙаҡ ул хатаны башҡа ҡабатламаҫлыҡ итеп,“бына икенсе тапҡыр улай эшләмәҫһең” тиер ҙә онотор булды. Шулай тағы ла оҙаҡ йылдар дауам итер һымаҡ ине Мәликәнең атайлы тормошо. Ләкин йәйҙең йәмленән ҡайғылыға әйләнгән көнө быға сик ҡуйҙы. Иртәнсәк күмәкләшеп сәй эскәс, “Ярай, ҡыҙым, эшкә барып ҡайтам да е