Найти в Дзене

Йәннәт һәм Йәһәннәмдең нисә ишеге бар?

Йәннәт һәм Йәһәннәмдең нисә ишеге бар?

Яуап: Йәннәттең һигеҙ ишеге бар Ғүмәр ибн әл-Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын!) еткерҙе Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте مَا مِنْكُمْ مِنْ أَحَدٍ يَتَوَضَّأُ فَيُبْلِغُ - أَوْ فَيُسْبِغُ - الوَضُوءَ ثُمَّ يَقُولُ: أَشْهَدُ أَنْ لَا إِلَهَ إِلَّا الله وَأَنَّ مُحَمَّدًا عَبْدُ الله وَرَسُولُهُ إِلَّا فُتِحَتْ لَهُ أَبْوَابُ الجَنَّةِ الثَّمَانِيَةُ يَدْخُلُ مِنْ أَيِّهَا شَاءَ». "Һеҙҙән кемегеҙ еренә еткереп тәһәрәт алыр һәм "Әшһәдү әллә иләһә иллә Аллаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһү" һүҙен әйтер икән, уға Йәннәттең һигеҙ ишеге лә асылыр, һәм ҡайһыһынан теләй, шуныһынан инер".

Сахих Муслим, 234

Йәһәннәмдең ете ишеге бар

Аллаһ әйтте لَها سَبعَةُ أَبوابٍ لِكُلِّ بابٍ مِنهُم جُزءٌ مَقسومٌ "Уның (Йәһәннәмдең) ете ишеге бар. Һәр бер ишегенә бүленгән тәҡсим (өлөш) бар".

Әл-Хиджр, 44-се аят

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa