Ахырызаманда Ғайса ғәләйһис-сәләм ергә төшөрөлгәс, ҡайһы шәриғәткә ярашлы хөкөм итәсәк?
Яуап: Пәйғәмбәр Мүхәммәдкә (салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә) төшөрөлгән шәриғәт менән хөкөм итәсәк
Хәҙис Әбү Һүрәйра Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә кешеләргә ошоно әйткәнен хәбәр итте: كيفَ أنتُمْ إذا نَزَلَ فِيكُمُ ابنُ مَرْيَمَ فأمَّكُمْ مِنكُمْ؟ "Әгәр (Ғайса) Ибнү Мәрйәм һеҙҙең арағыҙҙа төшөрөлөп, һеҙҙеке менән һеҙҙә хөкөм итһә, ниндәй торошта булырһығыҙ?". Был хәҙисте еткереүселәренең береһе Ибн Әби Ҙиъб Ибн Шиһәбкә (Әз-Зүһри) әйтте: - "һеҙҙеке менән һеҙҙә хөкөм итһә" тигәндең мәғәнәһе ниндәй?. - Хәбәр ит!, - тине уға Ибн Шиһәб. - Ғайса ғәләйһис-сәләм Ҡөрьәнгә һәм Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә Сөннәтенә ярашлы һеҙҙең менән идара итәсәк тигәнде аңлата, - тип әйтте Ибн Әби Ҙиъб.
Сахих Муслим, 155
Сахих Бухари, 3449
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa