300. Йәъджүдж һәм Мәъджүдж Әҙәм ғәләйһис-сәләм балаларынанмы?
Яуап: Эйе
Хәҙис Әбү Сәғид Әл-Худри еткергән хәҙистә, Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: «يَقُولُ الله عَزَّ وَجَلَّ يَوْمَ القِيَامَةِ: يَا آدَمُ، يَقُولُ: لَبَّيْكَ رَبَّنَا وَسَعْدَيْكَ، فَيُنَادَى بِصَوْتٍ: إِنَّ الله يَأْمُرُكَ أَنْ تُخْرِجَ مِنْ ذُرِّيَّتِكَ بَعْثًا إِلَى النَّارِ ...» الحديث وفيه «... مِنْ يَأْجُوجَ وَمَأْجُوجَ تِسْعَ مِائَةٍ وَتِسْعَةً وَتِسْعِينَ، وَمِنْكُمْ وَاحِدٌ» "Ысынлыҡта, Аллаһ һиңә һинең нәҫелеңдән кемеһе утҡа инергә тейеш, шуларҙы сығарырға әмер итте!". Һәм шул хәҙистең дауамында "Йәъджүдж һәм Мәъджүдж меңдән туғыҙ йөҙ туҡһан туғыҙын тәшкил итер, һәм һеҙҙең арағыҙҙан берегеҙ шул меңдән береһен тәшкил итер", тине.
Сахих Бухари, 4741 Сахих Мүслим, 222
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa