Найти тему

Ҡайһы ерҙәргә Дәджәл инә алмаясаҡ?

Ҡайһы ерҙәргә Дәджәл инә алмаясаҡ?

Яуап: Мәккә һәм Мәҙинә

Хәҙис Әнәс ибнү Мәлик еткергән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: لَيْسَ مِنْ بَلَدٍ إِلَّا سَيَطَؤُهُ الدَّجَّالُ، إِلَّا مَكَّةَ وَالمَدِينَةَ، وَلَيْسَ نَقْبٌ مِنْ أَنْقَابِهَا إِلَّا عَلَيْهِ المَلَائِكَةُ صَافِّينَ تَحْرُسُهَا، فَيَنْزِلُ بِالسِّبْخَةِ، فَتَرْجُفُ المـَدِينَةُ ثَلَاثَ رَجَفَاتٍ، يَخْرُجُ إِلَيْهِ مِنْهَا كُلُّ كَافِرٍ وَمُنَافِقٍ "Дәджәл инмәгән бер ерҙә ҡалмаясаҡ, иллә мәгәр Мәккә һәм Мәҙинәгә инә алмаясаҡ. Һәр бер инеп булырлыҡ урында сафтар менән һаҡсы фәрештәләр уның ҡаршыһында торасаҡ. Унан һуң, Мәҙинә өс тапҡыр тетрәнәсәк. Һәм Аллаһ Мәҙинәнән һәр бер кафыр һәм монафиҡты сығарасаҡ".

Сахих Бухари, 1881

Сахих Мүслим, 2943

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa