Найти тему
Азат Ярмуллин

ЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕҢ БИЛДӘҺЕҘ ФОТОГРАФИЯҺЫ

Фотографиялар тарихты өйрәнеүҙә ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Улар аша беҙ үткәндәрҙәге тарихи ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең тормошо тураһында бай мәғлүмәт ала алабыҙ. Ғөмүмән, фотография тарихты объектив күҙалларға мөмкинлек бирә. Шуға күрә лә табылған һәр тарихи фотография үҙе бер асыш булып тора. Бигерәк тә билдәле тарихи ваҡиға йәки арҙаҡлы шәхестәр менән бәйле булһа. Мәҫәлән, башҡорт халҡының бөйөк улы, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлидиҙең автономия өсөн көрәш осорондағы фотографиялары күп тип әйтә алмайбыҙ. Әле тиклем, ошо осорға ҡараған уның өс фотографияһы билдәле. Өсөһө лә Вәлидиҙең “Хәтирәләре”ндә баҫылған. Беренһендә ул хәрби кейемдә төшкән. Был фотография 1919-1920 йылдарға ҡарай. Был осорҙа Зәки Вәлиди Башҡортостандың хәрби комиссары булараҡ, ғәскәр эштәре менән мәшғүл була һәм әлбиттә хәрби кейемдә йөрөй. Ә ҡалған ике фотоһында Зәки Вәлиди беҙҙең күҙ алдына Башҡортостан хөкүмәтенең рәйесе булараҡ баҫа. Унда ул хәрби кейемдә түгел, ә штатский кейемендә (костюмда). Фотографияларҙың береһендә уның төшөрөлгән урыны һәм ваҡыты билдәле: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 1920 йылдың 25 феврале. Икенсеһендә 1920 йылдың ҡышы, тип билдәләнгән. Уныһы ла шул ваҡытҡа ҡарайҙыр, тип уйлаймын. 1920 йылдың ғинуарында Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Харис Йомағолов коммунистар менән даулашып, Мәскәүгә саҡыртып алынғас, уның урынына хөкүмәт рәйесе итеп Зәки Вәлиди һайлана. Йәғни Вәлиди хәҙер хәрби комиссар ҙа һәм хөкүмәт рәйесе лә булып китә. Тап ошо осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта төшкән фотолар.

Башҡортостандың хәрби комиссары Әхмәтхзәки Вәлидов. 1919-1920 йылдар.
Башҡортостандың хәрби комиссары Әхмәтхзәки Вәлидов. 1919-1920 йылдар.

Әммә Зәки Вәлидиҙең көрәштәштәре менән төшкән бер фотографияһы ла әле тиклем осрағаны булманы. Милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре төшкән коллектив фотографияларҙа ла ул күренмәй. Бының сәбәптәре нимәлә һуң? Вәлиди фотографияға төшөргә яратмағанмы әллә? Юҡ, улай түгел, әлбиттә. Фотографиялар булған, әммә, 1920 йылда большевиктарҙың алдаҡ сәйәсәтенә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп Төркөстанға сығып киткәс, ул большевиктарҙың дошманына әүерелә. 20-се йылдар аҙағында советтар уның Башҡортостанда ҡалған көрәштәштәрен эҙәрлекләй башлай. Бындай ситуациялар, элекке милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре, Вәлиди менән бергә төшкән фотоларҙы йәшерә йәки юҡ итә. Сөнки был фотографиялар уларҙы “Вәлидиселектә” ғәйепләүҙә төп сығанаҡҡа әйләнәсәге көн кеүек асыҡ була. Шул сәбәпле, Башҡортостанда Вәлидиҙең көрәштәштәре менән төшкән бер фотографияһы ла ҡалмай.

Әммә, бәхеткә күрә, бөтә фотографиялар ҙа юҡ ителмәгән икән. Вәлиди төшкән бер һүрәт уның арҙаҡлы көрәштәштәре, яҡташтары данлыҡ Ишмырҙиндарҙың нәҫелдәрендә һаҡланып ҡалған. Әүхәҙей һәм Сөләймән Ишмырҙиндар Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан. Беренсе донъя һуғышынан офицер булып ҡайтҡас, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшкә ҡушылалар. 1918 йылда Әүхәҙей Ишмырҙин 6-сы Башҡорт уҡсы полкы, ҡустыһы Сөләймән – 1-се Башҡорт уҡсы полкы менән етәкселек итә. 1919 йылда Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Әүхәҙей Ишмырҙин Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары, йәғни Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Әүхәҙей башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эше менән туранан-тура етәкселек итә. Зәки Вәлиди был осорҙа дөйөм дәүләт эштәре менән мәшғүл була. 1920 йылдың мартында Зәки Вәлиди Мәскәүгә саҡыртып алынғас, Әүхәҙей Ишмырҙин Башҡортостандың хәрби комиссарын вазифаһын башҡара. Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә уны Башҡортостандың хәрби комиссары, тип яҙа. Ҡустыһы Сөләймән ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, шулай уҡ 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры вазифаһында була. 1919 йылдың йәйендә башҡорт полктары Көньяҡ фронтҡа (Украина) Деникинға ҡаршы ебәрелгәс, унда Айырым Башҡорт бригадаһы менән етәкселек итә. Аҡтар менән ҡанлы яуҙарҙа ҡатнаша. Ул башҡорт ғәскәре һалдаттарында оло ихтирамға ҡаҙана. Зәки Вәлиди Сөләймән Ишмырҙинды Көньяҡ фронттан Башҡортостанға ҡайтарта. Бында уны яңы ойошторолоп ятҡан 3-сө Башҡорт кавалерия полкына командир итеп тәғәйенләй. Башҡорт һалдаттары уны кире фронтҡа ҡайтарыуҙы һорап Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғә итә. Был осорҙа башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа ебәрелгә, ә С. Ишмырҙин республикала ғәскәрҙәрҙе аҙыҡ-түлек тәьмин итеү эше менән шөғәлләнә.

Петрограда башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороуҙа Әүхәҙей Ишмырҙин ҙур фиҙаҡәрлек күрһәтә. Юденич армияһы ҡыйратылғас, Михаил Калинин РСФСР хөкүмәте исеменән Әүхәҙейгә исемле ҡылыс бүләк итә. 1920 йылда Совет хөкүмәте 1919 йылдағы Килешеүҙе боҙоп Башҡортостан мөхтәриәтенең хоҡуҡтарын милли-мәҙәни автономия кимәленә ҡалдырғас, Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре большевиктарға проест белдереп, эштәрен ҡалдырып Төркөстанға сығып китә. Вәлиди менән Әүхәҙей Ишмырҙин да китә, Сөләймән тороп ҡала. 1922 йылда Әүхәҙей һәләк була. Уның улы Исхаҡты ҡустыһы Сөләймән тәрбиәләй. Башҡортостанда болоттар ҡуйыра башлағас, Мәскәүгә китә. Әммә бында ла Сталин репрессияһынан ҡотола алмай. Сөләймән менән Әүхәҙей Ишмырҙиндың фотографиялары, документтары Ишембай районында ағалары Ишбулды Ишмырҙиндың улдары-ейәндәрендә һаҡланып ҡала. Ишбулды Ишмырҙиндың үҙе лә 30-сы йылдар репрессияһы ҡорбаны була.

2017 йылда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Башҡортостан Респбликаһының нигеҙ һалған 100 шәхес проекты сиктәрендә Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылында милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Сәғит Мерәҫов менән Кәрим Иҙелғужинға таҡтаташ асҡан мәлдә, Ишмырҙиндарҙың яҡташы, ауылдашы Гөлимә апай Жанғабилева менән Ишмырҙиндарҙың исемдәрен мәңгеләштереү тураһында фекер алышҡайныҡ. Гөлимә апай Ырымбур ҡалаһында “Каруанһарай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Заманында даулашып, Ырымбурҙағы данлы Каруанһарай мәсетен башҡорттарға ҡайтарған арҙаҡлы апай. Бөгөн “Каруанһарай” ойошмаһына етәкселек итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 100 проектының шулай тормошҡа ашыуын күргәс, Ишмырҙиндарҙың исемен мәңгеләштереү идеяһы менән яны китте. Кинйәбулат ауылы ҡыҙы булараҡ уларҙың нәҫелдәре менән яҡшы таныш икән. Гөлимә апай миңә Ишмырҙиндарҙың ейәндәрендә һаҡланған ҡыҙыҡлы фотолар ебәрҙе. Шуларҙың иң ҡиммәтлеһе, әлбиттә, Зәки Вәлиди көрәштәштәре менән төшкән фото булып сыҡты. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары тырышлығы менән 2017 йылдың ноябрендә Кинйәбулат ауылында Әүхәҙей Ишмырҙинға таҡтаташ асылды

Ишмырҙиндарҙың ейәндәрендә һаҡланып ҡалған фотография
Ишмырҙиндарҙың ейәндәрендә һаҡланып ҡалған фотография

Мин милли хәрәкәт темаһы менән 15 йылдан ашыу шөғөлләнәм, бигерәк тә фотоһүрәттәргә иғтибар итәм. Әммә, үрҙә әйеп үтеүемсә, Вәлидиҙең арҡаҙаштары менән төшкән бер фотоһын да осратҡаным юҡ ине. Бына, ниһайәт, үҙемә тарихи асыш яһаным. Фотография бик ҡыҙыҡ булып сыҡты. Унда автономия тип янып йөрөгән ир-азаматтары, тәбиғәт ҡосағында, ялда төшкән. Граждандар һуғышы барған осорҙа бындай күренеште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, әлбиттә. Әммә, ниндәй генә ауыр, ҡатмарлы, һуғыш шаттарында ла ябай тормош дауам иткән. Кешеләр күңел асырға ла ваҡыт тапҡан. Шунһыҙ кешеләр бөтөнләй кешелек сифатын юғалтыр ине, моғайын. Шулай итеп, беҙ бында бөйөк Зәки Вәлидиҙе үҙенең көрәштәштәре менән күрәбеҙ. Был фотография ҡайҙа, ҡасан төшөрөлгән, унда ниндәй байрам, күңел асыу һүрәтләнгән һуң тигән һорау тыуа. Сөнки был фотография тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Мәғлүмәт булмаһа ла, милли хәрәкәт тарихы менән байтаҡ шөғөлләнгән кеше булараҡ, был фотографияның ҡайҙа һәм ҡасан, ни сәбәпле төшөрөлгәнен бер күреүҙә аңланым. Был фотоға асыҡлыҡ индергән мәғлүмәтте Зәки Вәлидиҙең хәтирәләренән табырға була. Унда “Саранскийҙа Исмәғил Муһлиә менән Мәрйәм ханыддың туйы” исемле фотография бар. “Бөгөн Мордва йөмһүриәтенең үҙәге булған Саранскиҙа беҙ ҙур ауырлыҡтар кисереп хәлһеҙләнгән ғәскәрҙәребеҙҙе тәптипкә килтереү менән шөғөлләндек. Ғәскәр составындағы 1-се һәм 2-се йәйәүле, 1-се һәм 2-се кавалерия полктары хеҙмәтте ҡәҙимгесә дауам итте. Йыйылыштар, күңел асыуҙар, туйҙа уҙғарылды. Икенсе рәсемдә һүрәтләнгән, бөгөн юғары белем алған балалары менән бергә Анкарала йәшәүсе Исәмғил Муһлия менән Әфифә (фотола Мәрйәм тип яҙылған) ханымдың никахы айҡанлы тантана булды”, - тип яҙа Вәлиди хәтирәләрендә. Һүрәттә Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, башҡорт ғәскәрҙәре офицерҙары төшкән.

Зәки Вәлидиҙең хәтирәләренжә баҫылған фотография (төҫләндерелде). Саранск ҡалаһы, 1919 йылдың май айы.
Зәки Вәлидиҙең хәтирәләренжә баҫылған фотография (төҫләндерелде). Саранск ҡалаһы, 1919 йылдың май айы.

Әммә араларында Зәки Вәлиди күренмәй. Фото 1919 йылдың май айында төшөрөлгән булһа кәрәк. Тарихтан билдәле булыуынса, 1919 йылдың яҙында Колчак һөжүмгә күскәс, Башҡортостан хөкүмәте март аҙағында Темәстән Мораҡ ауылынан (хәҙерге Күгәрсен районы үҙәге), шунан Иманғол ауылына (Ырымбур өлкәһе) күсә, артабан Тоцкий ауылына барып урынлаша. Апрель аҙағында Саранский ҡалаһына эвакуациялана. Хөкүмәт менән бергә ғәскәрҙәрҙә китә. Башҡортостан хөкүмәте был ҡалала өс ай, йәғни 1919 йылдың май, июнь һәм июль айҙарында була. Август башында Стәрлетамаҡҡа ҡайта.

Тимәк, 1919 йылдың май айында Саранский ҡалаһында Исмағил Муһлиә менән Мәрйәм ханымдың туйын байрам иткәндәр булып сыға. И. Муһлиә Зәки Вәлидиҙең адъютанты була. Вәлиди төшкән фотографияла тап ошо туйҙың дауамы булһа кәрәк. Йәғни туй барышында бер төркөм башҡорт эшмәкәрҙәре һәм офицерҙары ҡырға сыҡҡан булһа кәрәк.

Ә хәҙер фотографияла һүрәтләнгән кешеләргә күсәйек. Уртала беҙ Зәки Вәлидиҙе күрәбеҙ. Ул ҡулына ҡалаҡ һәм йомортҡа тотҡан. Алда кәрзин өҫтнөдә йомортҡа һалынған һауытты ла күрергә була. Вәлиди, ғәҙәттәгесә, хәрби кейем, гимнастерка кейгән. Башҡортостандың хәрби комиссары шулай кейенергә тейеш, әлбиттә.

Башҡортостандың хәрби комиссары Әхмәтзәки Вәлидов
Башҡортостандың хәрби комиссары Әхмәтзәки Вәлидов

Был фотографияла тағы кемдәр һүрәтләнгән һуң? Баҫып торғандар араһында һулдан өсөнсө Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе Хәлим Насретдин улы Әмиров тора. Ул бик ғорур ҡиәфәттә тора, уң терһәген күршеһенең яурынына, ә һул ҡулын бөйөрөнә ҡуйған. Түшендә Ҡыҙыл Армия офицеры билдәһе.

Айырым Башҡорт бригадаһы комиссары Хәлим Әмиров, уран ырыуы башҡорто (хәҙерге Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылынан)
Айырым Башҡорт бригадаһы комиссары Хәлим Әмиров, уран ырыуы башҡорто (хәҙерге Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылынан)

Хәлим Әмиров төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан сыҡҡан милли хәрәкәт эшмәкәре, уран ырыуы башҡорто. Хәҙерге Яңауыл районына ҡараған Яңы Уртауыл ауылынан. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. Ул үҙен яҡшы оратор, ҡәләме үткер, оҫта сәйәси эшмәкәр итеп таныта. 1919 йылда ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Саранскийҙа Вәлиди уны Айырым Башҡорт бригадаһының сәйәси комиссары итеп тәғәйенләй. Башҡорт ғәскәрҙәре составында 1919 йылдың йәйендә Көньяҡ фронтта Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, шул уҡ йылдың көҙөндә Башревком уны Петроградҡа тупланған башҡорт ғәскәрҙәренә етәксе итеп тәғәйенләй. Хәлим Әмиров Башҡортостан хөкүмәтенең хосуси вәкиле булараҡ ғәскәр ойоштороу. Уларға етәкселек итеү эше менән мәшғүл була. Петроградтағы башҡорт ғәскәрҙәрен сәйәси йәһәттән нығытыу өсөн күп көс һала. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт курсанттарын, Петрограҡа һоратып алып уларҙы сәйәси вазифаларға тәғәйенләй. Мәҫәлән, Һиҙиәтулла Сәғәҙиев Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге мөдире итеп ҡуйыла, Ғабдулла Ибраһимов (яҙыусы Ибраһим Ҡыпсаҡ) Башҡорт уҡсы бригадаһының комиссары булып китә. Былтыр “У истоков Башкирской республики” китабында уның тураһында яҙып сыҡҡайным инде. Хәлим Әмировтың исемен мәңгешләтререү буйынса яҡташтары ифрат ҙур эш башҡарҙылар. 2018 йылда Яңы Уртауыл ауылында уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылды, 2019 йылда Яңы Уртауыл ауылы мәктәбенә Хәлим Әмиров исеме бирелде һәм уның бюсты ҡуйылды.

Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Яңы Уратуыл ауылыда Хәлим Әмировҡа ҡуйылған бюст.
Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Яңы Уратуыл ауылыда Хәлим Әмировҡа ҡуйылған бюст.

Фотографияла Хәлим Әмировтың эргәһендә Вәлидиҙең тағы бер яҡын арҡаҙашы һүрәтләнгән – үрҙә телгән алынған Әүхәҙей Ғәләүетдин улы Ишмырҙин. 1919 йылдың яҙында ул Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Башҡорт ғәскәрҙәренә дөйөм етәкселек, уларҙы ойоштороу, тәьмин итеү эше менән Әүхәҙей Ишмырҙин шөғөлләнә. Фотонан күренеүенсә, ул оҙон буйлы ир-уҙаманы булған. Өҫтөнә ғәҙәттәгесә гимнастерка түгел, ә ҡара пиджак һәм аҡ күлдәк кейгән. Түшендә Ҡыҙыл Армия офицеры билдәһе лә күренмәй. Тимәк, туйға байрамса кейенгән. Ҡулына стакан менән сәй тотҡан.

Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары Әүхәҙей Ишмырҙин
Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары Әүхәҙей Ишмырҙин
2017 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән Кинйәбулат ауылында Әүхәҙей Ишмырҙин иҫтәлегенә асылған таҡтаташ.
2017 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән Кинйәбулат ауылында Әүхәҙей Ишмырҙин иҫтәлегенә асылған таҡтаташ.

Баҫып тороусылар араһында уңдан бишенсе ҡатын-ҡыҙҙың артында, ҡулын ҡулына ҡуйып торған ир-уҙаманы шулай уҡ Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе, 2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Ибраһим Ейәнбай улы Исхаҡов. Офицер, башҡорт армияһының штабс-капитаны. Уны Вәлидиҙең тәнһаҡсыһы булған тип тә яҙалар. Ибраһим Исхаҡов Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылынан. Был ауыл данлы Ҡаһым түрәнең (Ҡасим Мырҙашевтың) атаһы Мырҙаштың исемен йөрөтә.

2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Ибраһим Исхаҡов
2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Ибраһим Исхаҡов

И. Исхаҡов 1918 йылдың ноябрендә 2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан мөхтәриәтен һаҡлап күп кенә яуҙарҙа ҡатнаша. Ҡыҙыдар яғына сыҡҡан, үҙенең полкы менән Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, 1919 йылдың көҙөндә Петроградты Юденич армияһынан ҡурсалай, яралана. 1920 йылдың яҙында Зәки Вәлиди Мәскәүгә саҡыртып алынып, Башҡортостанға ҡайтырылмағас, Әүхәҙей Ишмырҙин республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡара. Үҙенең ярҙамсыһы, урынбаҫары итеп Ибраһим Исхаҡовты тәғәйенләй. Шул уҡ йылдың июнендә Үҙәк власть Башҡортостан мөхтәриәтенең хоҡуҡтарын бөтөргәс, ризаһыҙлыҡ белделеп икеһе лә Зәки Вәлиди янына Төркөстанға сығып китә. Ибраһим Исхаҡов тәжрибәле офицер булараҡ, Төркөстанда офицерҙар курсы ойоштора, курсанттарҙы хәрби эшкә өйрәтә. 1921 йылда Бохара әмире яҡлы баҫмасылар курсанттары менән бергә үлтерелә. И. Исхаҡовтың ғаиләһе Башҡортостанда ҡала. Уның ейәнсәре бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәй. 2009 йылда “Киске Өфө” гәзитендә тәүге тапҡыр Ибраһим Исхаҡов тураһында яҙып сыҡҡас, уның ейәнсәре ныҡ ҡыуанғайны. Атайым совет осоронда олатайым Ибраһим Исхаҡов тураһында йәшереп кенә һөйләй торғайны, тип хәтерләне. Мырҙаш ауылы халҡы 2019 йылда республиканың 100 йыллығы айҡанлы үҙенең ҡаһарман яҡташына ауылдың мәҙәниәт йорто янында мемориаль таш (һәйкәл) асты.

Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылында Ибраһим Исхаҡовҡа бағышлап асылған мемориаль таш.
Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылында Ибраһим Исхаҡовҡа бағышлап асылған мемориаль таш.

Тағы бер фотографияға күҙ һалайыҡ. Уңдан өсөнсө (ҡулына стакан менән сәйен күәреп торған) офицер – Хәлил Фәйзрахман улы Әлишев. Батша армияһы подпоручигы. Башҡортостан мөхтәриәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән мишәр офицеры, Татарстандың Октябрь районы Иҫке Әлмәт ауылынан. Алишевтар тамырҙары менән Ҡасим ханлығы мишәрҙәренән (башҡорт булыуы ла ихтимал). Сөнки Ҡасим ханлығында башҡорттар ҙа күпләп йәшәгәнлеге билдәле.

2-се Башҡорт кавалерия полкы командир Хәлил Әлишев.
2-се Башҡорт кавалерия полкы командир Хәлил Әлишев.

“Үҫәргәндәр” риүәйәтендә үҫәргән башҡорттарының Ҡасим ханлығына барып төпләнеүе һәм мишәрҙәрҙең үҫәргән башҡорттары менән туғандаш булыуы тураһында бәйән ителә. Был турала мин заманында “Шоңҡар” журналында яҙып сыҡҡайным. Мишәр офицерҙарының башҡорт милли хәрәкәтендә ҙур ихласлыҡ, фиҙәҡәрлек менән хеҙмәт итеүе билдәле. Оҙаҡ йылдар хәрби ҡатлам булараҡ (Башҡорт-мишәр ғәскәрен иәҫпкә алғанда), мишәрҙәр менталитеты буйынса башҡорт халҡына яҡын торғандарҙыр, күрәһең. Хәлил Әлишев 1918 йылда башҡорт армияһы сафына алына. Тәүҙә Туҡ-Соран кантоны ирекле отряды (милицияһы) етәксеһе булп хеҙмәт итә. 1918 йылдың көҙөнән 2-се Башҡорт кавалерия полкында эскадрон командиры, 1919 йылда башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, 2-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Башҡорт бригадаһы составында 1919 йылдың йәйендә Украинала Деникин армияһына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Шул уҡ йылдың көҙөндә Реввоенсовет рәйесе Троцкий фарманы буйынса башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа ебәрелгәс, бында уны Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Фронтта Петроградты һаҡлаған башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек итә. Күп кенә башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәренең яҙмышы кеүек үк Хәлил Әлишевтың да ғүмере ҡәһәрле 1937 йылда өҙөлә.

Минзәлә башҡорто, Башҡортостан хәрби комиссариаты хеҙмәткәре Тәҡиулла Әлиев.
Минзәлә башҡорто, Башҡортостан хәрби комиссариаты хеҙмәткәре Тәҡиулла Әлиев.

Фотографияның уң яғында ҡулына таянып ятҡан башҡорт офицеры Тәҡиулла Әбделханнан улы Әлиев. Шулай уҡ Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе. Минзәлә башҡорттарынан. Өфө губернаһы Минзәлә өйҙәненең Яңы Зиәш исемле башҡорт ауылынан (хәҙерге Аҡтаныш районы). Ҡаҙан хәрби училищеһын тамамлаған, Беренсе донъя һуғышында Кавказ фронтында була. 1918 йылда башҡорт армияһы сафына алына. Ырымбурҙа Каруанһарайҙа Башҡортостан хөкүмәтен һаҡлаған комендант ротаһына етәкселек итә. 1919 йылдың ғинуарында Зәки Вәлиди Башҡорт корпусын киренән тергеҙгәс, Т. Әлиевты Башҡорт ғәскәрҙәре (Башҡорт корпусы) коменданты итеп тәғәйенләй. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас Әлиев Башҡорт хәрби комиссариатында өлкән адъютант булып хеҙмәт итә. Йәғни Вәлидиҙең ярҙамсыһы була. 1920 йылдың апрелендә уны Мәскәүгә Хәрби академияға уҡырға алалар. Әммә бер йылдан тикшереү барышында уның аҡ армияла хеҙмәт иткәнен белеп ҡалып, Академиянан сығалар. Тәҡиулла Әлиев аптырап ҡалмай Мәскәү университетының электро-техник факультетына уҡырға инә. Башҡортостан хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса 1923 йылда Мәскәүҙә тәүге ауыл хужалығы күргәҙмәһендә БАССР павильонын әҙерләүҙә ҡатнаша. Күргәҙмә етәкселеге Әлиевтың хәҙмәтен юғары баһалай, туған халҡының көнкүрешен яҡшы белеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. «За организацию башкирских павильонов, за успешные работы по постройке башкирской усадьбы и за объяснения, являющие большое знание родного быта и сельского хозяйства», тип уға диплом тапшыра.

1923 йылда ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостан павильонын ойоштороуҙағы хеҙмәте өсөн Тәҡиулла Әлиевҡа тапшырылған диплом.
1923 йылда ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостан павильонын ойоштороуҙағы хеҙмәте өсөн Тәҡиулла Әлиевҡа тапшырылған диплом.

Университетты тамамлаға Башҡортостанда һәм СССР башҡа төбәктәрендә хужалыҡ эшендә була. 1943–1945 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында беренсе троллейбус линияһын төҙөү эшенә етәкселек итә. 1957 йылда ошонда вафат була. 2000 йылда Екатеринбург башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән ҡалала бер урамға Тәҡиулла Әлиев исеме бирелә.

Мәрйәм ханым
Мәрйәм ханым
Исмәғил Муһлиә
Исмәғил Муһлиә

Фотола Тәҡиулла Әлиевтың артында был тантананың төп сәбәпселәре никахлашҡан парҙар – Мәрйәм ханың менән Исмәғил Муһлиә һүрәтләнгән. Мәрйәм ханым башына яулыҡ ябынған (ҡатын-ҡыҙҙар янында), иптәше ситтәрәк Т. Әлиевтың янындағы офицерҙың артында ултыра, ҡулына сәй тотҡан булһа кәрәк. Исмәғил Муһлиәнең исеме Зәки Вәлиди хәтирәләрендә шулай уҡ йыш телгә алына. Ул Польша мосолмандарынан (нуғай нәҫелдәренән). Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе булып тора. Башҡорт милли хәрәкәтендә 1918 йылдың йәйенән, Силәбелә башҡорт армияһы төҙөлә башлаған мәлдән әүҙем ҡатнаша. Батша армияһы поручигы Исмәғил Муһлиә тәүҙә 1-се Башҡорт пехота полкына хеҙмәткә алына. 1918 йылдың 7 июленән Башҡорт хәрби шураһында Вәлидиҙең өлкән адъютанты була, ҡыҙылдар яғына сыҡҡас Башҡорт хәрби комиссариатында секретарь блып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июленән Юрматы кантоны хәрби комиссары, августан Тамьян-Ҡатай кантоны хәрби етәксеһе була. 1920 йылда Вәлиди менән киткән, ахыры. Һуңынан Төркиәлә йәшәй. Вәлиди яҙыуынса, 60-сы йылдар аҙағында Анкарала вафат булған.

Азат ЯРМУЛЛИН