Ҡояш байығас, ҡайҙа китә?
Яуап: Ҡояш байыһа, Ғәрштең аҫтында сәждә эшләргә китә, шунан һуң, Раббыһынан көнсығыштан сығырға рөхсәт һорай
Хәҙис Әбү Ҙәрр раҙыйаллаһу ғәнһү һөйләне Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә ҡояш байыған ваҡытта Әбү Ҙәррҙән һораған: "Беләһеңме, ҡояш ҡайҙа киткәнен?". "Аллаһ һәм Уның Рәсүле быны белә!", тип әйттем, тине Әбү Ҙәрр. Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: "Дөрөҫлөктә, Ҡояш Ғәрштең аҫтында Раббыһына сәждә ҡылырға китә, шунан һуң, Раббыһынан көнсығыштан сығырға рөхсәт һорай, һәм рөхсәт уға ителә. Үҙ ваҡыты еткәс, рөхсәт һорауына рөхсәт булмаҫ, Ҡояшҡа "Байыған яғыңа кире ҡайт" тиелер, һәм Ҡояш көнбайыштан ҡалҡыр, һәм бының турала Аллаһтың һүҙе: وَالشَّمْسُ تَجْرِي لِمُسْتَقَرٍّ لَّهَا ۚ ذَٰلِكَ تَقْدِيرُ الْعَزِيزِ الْعَلِيمِ (38) "Ҡояш Аллаһ билгеләгән ваҡытҡа тиклем үҙенең юлында йөрөр, һәм был Әл-Ғәзиз, Әл-Ғәлим Аллаһтың тәҡдирелер". [Йәсин сүрәһе, 38-се аят]
Сахих Бухари, 3199
Сахих Мүслим, 159
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa