Найти тему

Ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуына ниндәй ғәләмәт ваҡиға булһа, унан һуң тәүбә ҡабул ителмәй тиелгән?

292. Ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуына ниндәй ғәләмәт ваҡиға булһа, унан һуң тәүбә ҡабул ителмәй тиелгән?

Яуап: Ҡояштың көнбайыштан ҡалҡыуы

Быға дәлил 1. Сафуан Ибн Ғәссәл исемле сахаби Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдтән (салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә) ишеткән һүҙҙәрендә ошо һүҙҙәр әйтелде: "ул ҡапҡа аша ҡояш байығанға ҡәҙәр, ҡапҡа ишектәре ябылмаясаҡ".

Сүнән Әт-Тирмиҙи, 3535

Сахих Әт-Тирмиҙи, 2801

Сахих әл-Мүснәд, 505 2. Әбү Һүрайра һөйләне: Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: مَنْ تَابَ قَبْلَ أَنْ تَطْلُعَ الشَّمْسُ مِنْ مَغْرِبِهَا، تَابَ الله عَلَيْهِ "Кем Ҡояштың көнбайыштан ҡалҡыуына хәтлем тәүбә ҡыла, Аллаһ Тәғәлә уның тәүбәһен ҡабул итер"

Сахих Мүслим, 2703

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa