288. Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының ҡайһы бер билгеләрен (ғәләмәттәрен) әйтеп үт
Яуап: من أشراط الساعة: (1) رفع العلم (2) ظهور الجهل (3) فشو الزنا (4) شرب الخمر (5) كثرة النساء وقلة الرجال (6) كثرة القتل (7) كثرة الفتن (8) كثرة موت الفجأة (9) تخوين الأمين (10) ظهور الرويبضة (11) التباهي في المساجد . Ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуы ғәләмәттәренән: Дини ғилем бөтөү Наҙанлыҡ таралыу Зина күбәйеү Хәмер эсеү артыуы Ҡатын-ҡыҙҙар һаны артыу Ир-егеттәр һаны кәмеү Үлтереш күбәйеү Фетнәләр күбәйеү Ҡапыл ғына үлем менән үлеүселәр күбәйеү Ышаныслы кешеләр хыянатта ғәйепләнәсәк Наҙан кешеләр (рүүәйбида) оло мәсьәләләр тураһында һөйләйәсәктәр Мәсеттәрҙе биҙәүҙә маҡтаныу
Быға дәлилдәр
Хәҙистәр
Әнәс ибнү Мәлик әйтте: "Минән һуң һис кем әйтмәҫ хәҙисте әйтәм, ишеттем Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә ошоно әйтте: «إِنَّ مِنْ أَشْرَاطِ السَّاعَةِ أَنْ يُرْفَعَ العِلمُ، وَيَظْهَرَ الجَهْلُ، وَيَفْشُوَ الزِّنَا، وَيُشْرَبَ الخَمْرُ، وَيَذْهَبَ الرِّجَالُ، وَتَبْقَى النِّسَاءُ حَتَّى يَكُونَ لِخَمْسِينَ امْرَأَةً قَيِّمٌ وَاحِدٌ» "Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының билгеләренән дини ғилем бөтөү, наҙанлыҡтың таралыуы, зина күбәйеүе, хәмер эсеү күбәйеүе, ирҙәр һаны кәмеп һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны артып, хатта илле ҡатын-ҡыҙға бер ир тап килер". Сахих Бухари 5231 Сахих Муслим 2671
Әбү Һүрайра әйтте Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: وحديث أَبِي هُرَيْرَةَ رضي الله عنه، قَالَ: قَالَ النَّبِيُّ ﷺ «لاَ تَقُومُ السَّاعَةُ حَتَّى يُقْبَضَ العِلمُ، وَتَكْثُرَ الزَّلاَزِلُ، وَيَتَقَارَبَ الزَّمَانُ، وَتَظْهَرَ الفِتَنُ، وَيَكْثُرَ الهَرْجُ وَهُوَ القَتْلُ القَتْلُ» "Ошо нәмәләр тормошҡа ашмайынса Ҡиәмәт көнө етмәҫ - ғилем әҙәйеүе, ер тетрәү йышайыуы, ваҡыт тиҙ үтеүе, фетнәләр сығыу, һәрдж күбәйеүе - йәғни, ул кеше үлтереү, кеше үлтереү күбәйеүе". Сахих әл-Бухари, 1036
Әнәс ибнү Мәлик мәрфүғән, Пәйғәмбәр Мүхәммәд ﷺ әйтте тине «مِنِ اقْتِرَابِ السَّاعَةِ أَنْ يُرَى الهِلَالُ قُبُلًا، فَيُقَالُ: لِلَيْلَتَيْنِ، وَأَنْ تُتَّخَذَ الـمَسَاجِدُ طُرُقًا، وَأَنْ يَظْهَرَ مَوْتُ الفُجَاءَةِ» "Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының билгеләренән айҙың ҙурайыуы (күбеүе), хатта бер көнлөк ай ике көнлөк ай һымаҡ күренер, мәсеттәр үтә сығыу юлы итеп алыныр, үлемдең ҡапыл еткән осраҡтары күбәйер". Силсиләтү әл-әхәәдиҫ әс-сахихә, 2292 Мүғджәм әт-Тәбәрани, 1132 Сахих Джәмиғ, 5899
Әбү Һүрайрә әйтте, Расүлү Аллаһи ﷺ әйтте «إِنَّهَا سَتَأْتِي عَلَى النَّاسِ سِنُونَ خَدَّاعَةٌ، يُصَدَّقُ فِيهَا الكَاذِبُ، وَيُكَذَّبُ فِيهَا الصَّادِقُ، وَيُؤْتَمَنُ فِيهَا الخَائِنُ، وَيُخَوَّنُ فِيهَا الأَمِينُ، وَيَنْطِقُ فِيهَا الرُّوَيْبِضَةُ» قِيلَ: وَمَا الرُّوَيْبِضَةُ؟ يَا رَسُولَ الله قَالَ: «السَّفِيهُ يَتَكَلَّمُ فِي أَمْرِ العَامَّةِ». Ысынлапта, шундай ваҡыттар етер, ышанысһыҙ кешеләргә ышанырҙар, ышаныслы кешеләрҙе ялғанларҙар, хыянатлы кешеләргә аманатын тапшырырҙар, ә кемгә аманатты тапшырып була, уларҙы хыянатта ғәйепләрҙәр. Һәм ул ваҡытта рүүәйбида һөйләр!". Пәйғәмбәрҙән һоранылар:"Кем ул рүүәйбида?", - тип. Һәм Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә яуапланы:"Оло эштәр тураһында һөйләүсе наҙан (бер нәмәгә яраҡһыҙ булған) кеше". Мүснәд Әхмәд, 7912 Силсиләтү әл-әхәәдиҫ әс-сахихә, 1887
Әбү Һүрайрә әйтте, Расүлү Аллаһи ﷺ әйтте «لَا تَقُومُ السَّاعَةُ حَتَّى يَتَبَاهَى النَّاسُ فِي المـَسَاجِدِ». "Кешеләр мәсеттәрҙә үҙ ара маҡтанмайынса Ҡиәмәт көнө етмәҫ". Мүснәд Әхмәд, 12379 Сүнән Әби Дәүд, 449 Мишкүтүл-Мәсабих (әл-Әлбәни), 719 Сахих әл-Мүснәд (әл-Үәдиғи), 45
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә КәнзилАтфал китабынан тәржемә ителде Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Ғәбдүл-Ғәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa