Найти тему

Ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуына билге булған оло ун Ғәләмәтте әйт

Ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуына билге булған оло ун Ғәләмәтте әйт

Яуап: Ошо хәҙистә килтерелгән حُذَيْفَةَ بْنِ أَسِيدٍ الغِفَارِيِّ رضي الله عنه، قَالَ: اطَّلَعَ النَّبِيُّ ﷺ عَلَيْنَا وَنَحْنُ نَتَذَاكَرُ، فَقَالَ: «مَا تَذَاكَرُونَ؟» قَالُوا: نَذْكُرُ السَّاعَةَ، قَالَ: «إِنَّهَا لَنْ تَقُومَ حَتَّى تَرَوْنَ قَبْلَهَا عَشْرَ آيَاتٍ - فَذَكَرَ - الدُّخَانَ، وَالدَّجَّالَ، وَالدَّابَّةَ، وَطُلُوعَ الشَّمْسِ مِنْ مَغْرِبِهَا، وَنُزُولَ عِيسَى ابْنِ مَرْيَمَ ﷺ، وَيَأَجُوجَ وَمَأْجُوجَ، وَثَلَاثَةَ خُسُوفٍ: خَسْفٌ بِالمَشْرِقِ، وَخَسْفٌ بِالمَغْرِبِ، وَخَسْفٌ بِجَزِيرَةِ العَرَبِ، وَآخِرُ ذَلِكَ نَارٌ تَخْرُجُ مِنَ اليَمَنِ، تَطْرُدُ النَّاسَ إِلَى مَحْشَرِهِمْ » Хүҙәйфә ибн Әсиид әл-Ғифәри رضي الله عنه әйтте: "Беҙ Әхирәт көнө тураһында һөйләшкән ваҡытта, беҙҙең янға Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم килде, һәм беҙҙән "Нимә тураһында һөйләшәһегеҙ?", - тип һораны. "Ҡиәмәт көнө тураһында", - тинек. Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: "Ҡиәмәт көнө ошо ун булмайынса етмәйәсәк", - тине. Һәм ошоларҙы әйтеп үтте: Духан [төтөн]; Дәджәл; Хайуан сығыуы; ҡояштың көнбайыштан ҡалҡыуы; Ғайса Мәрйәм улы төшөүе; Йәджүдж үә Мәджүдж халыҡтары сығыуы; өс ерҙә ер уйылыуы - көнсығышта, көнбайышта һәм ғәрәп утрауында; һәм һуңғы ғәләмәт ул Йәмән еренән ут сығып кешеләрҙе мәхшәргә ҡыуыр".

Сахих Муслим (2901).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә КәнзилАтфал китабынан тәржемә ителде Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Ғәбдүл-Ғәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa