Кеше үлһә, ҡайһы эштәре өсөн уға әжере яҙылып торасаҡ?
Яуап: Ҡалдырған файҙалы ғилем, саҙаҡа джәриә, һәм динле балаһының уның өсөн Аллаһтан һораған доғаһы Быға дәлил
Хәҙис Әбү Һүрайра رضي الله عنه еткергән хәҙистә, Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: إِذَا مَاتَ الأنسَانُ انْقَطَعَ عَنْهُ عَمَلُهُ إِلَّا مِنْ ثَلَاثَةٍ: إِلَّا مِنْ صَدَقَةٍ جَارِيَةٍ، أَوْ عِلمٍ يُنْتَفَعُ بِهِ، أَوْ وَلَدٍ صَالِحٍ يَدْعُو لَهُ "Үлгән кешенең бөтә эштәре лә туҡтай, тик өс төр эше генә туҡтамаҫ: саҙаҡа джәриә (дауамлы саҙаҡа), кешеләр өсөн мәнфәғәтле ғилем ҡалдырыу, һәм үҙенән һуң ҡалған динле балаһының доға ҡылыуы".
Сахих Муслим, 1631
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә КәнзилАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Ғәбдүл-Ғәлим Әл-Бәшҡурди #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa