Ниндәй тиҙлек менән Сират аша уҙасаҡтар?
Яуап: Ғәмәлдәренә ярашлы тиҙлектә уҙасаҡтар. Кемдер күҙ ҡарашы тиҙлегендә, кемдер йәшен тиҙлегендә, кемдер ел тиҙлегендә, кемдер ҡош тиҙлегендә, кемдер сапҡын йылҡы һәм дөйә тиҙлегендә, һәм кемделер инде һөйрәтеп алып килерҙәр.
Әбү Һүрәйра, Әбү Сәғид әл-Худри һәм башҡалар аша еткерелгән хәҙистә, Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: ثُمَّ يُضْرَبُ الجِسْرُ عَلَى جَهَنَّمَ...وفيه فَيَمُرُّ الـمُـؤْمِنُونَ كَطَرْفِ العَيْنِ، وَكَالبَرْقِ، وَكَالرِّيحِ، وَكَالطَّيْرِ وَكَأَجَاوِيدِ الخـَيْلِ وَالرِّكَابِ، فَنَاجٍ مُسَلَّمٌ، وَمَخْدُوشٌ مُرْسَلٌ، وَمَكْدُوسٌ فِي نَارِ جَهَنَّمَ» "Шунан күпер килтерелеп, Йәһәннәм арҡаһына ҡуйылыр... Уның аша мөъминдәр уҙырҙар күҙ ҡарашы тиҙлегендә, йәшен тиҙлегендә, ел тиҙлегендә, ҡош тиҙлегендә, сапҡын йылҡы (һәм башҡа атланып йөрөлгән, мәҫәлән, дөйә) тиҙлегендә. Имен хәлдә уҙыусы ҡотолор. Кемдер сапсылған хәлдә уҙып ҡотолор. Күперҙән этеп төшөрөлгәне Йәһәннәмгә ҡолар".
Сахих Бухари, 7439
Сахих Муслим, 183
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa