Сират күпере аша уҙғас, мөъминдәр ҡайҙа баҫып торасаҡтар?
Яуап: Йәннәт һәм Йәһәннәм араһында булған урында туҡтап, үҙ-ара ҡылынған ғәҙелһеҙлеккә, золомға ҡағылышлы хисаплау булыр
Әбү Сәғид әл-Худри аша еткерелгән хәҙистә, Пәйғәмбәр Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте يَخْلُصُ المُؤْمِنُونَ مِنَ النَّارِ، فَيُحْبَسُونَ عَلَى قَنْطَرَةٍ بَيْنَ الجَنَّةِ وَالنَّارِ، فَيُقَتصُّ لِبَعْضِهِمْ مِنْ بَعْضٍ... "Мөъминдәр уттан ҡотолорҙар. Унан һуң уларҙы Йәннәт һәм Тамуҡ араһында булған урында туҡтатырҙар, һәм үҙ-ара ҡылынған ғәмәлдә хисапҡа тарттылырҙар".
Сахих Бухари, 6535
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa