Найти тему

Аллаһу Тәғәлә кемде Үҙенең эргәһенә күтәрҙе һәм ул кеше һаман тере хәлендә әле?

Аллаһу Тәғәлә кемде Үҙенең эргәһенә күтәрҙе һәм ул кеше һаман тере хәлендә әле?

Яуап: Ғайса ғәләйһис-сәләм

Быға дәлил

Аллаһ әйтә وَقَولِهِم إِنّا قَتَلنَا المَسيحَ عيسَى ابنَ مَريَمَ رَسولَ اللَّهِ وَما قَتَلوهُ وَما صَلَبوهُ وَلكِن شُبِّهَ لَهُم وَإِنَّ الَّذينَ اختَلَفوا فيهِ لَفي شَكٍّ مِنهُ ما لَهُم بِهِ مِن عِلمٍ إِلَّا اتِّباعَ الظَّنِّ وَما قَتَلوهُ يَقينًا ۝ بَل رَفَعَهُ اللَّهُ إِلَيهِ وَكانَ اللَّهُ عَزيزًا حَكيمًا "157. Һәм улар (йәғни, йәһүдтәр) әйттеләр: "Аллаһтың Рәсүле Мәсих Ғайса Мәрйәм улын беҙ үлтерҙек", - тип. Улар Ғайсаны үлтермәнеләр һәм тәрегә лә ҡаҙаҡлап ҡуйманылар. Уларға тик шулай тойолдо ғына. Уның хаҡында бәхәскә төшкәндәр үҙ һүҙҙәрен ғилемдәре булмау сәбәпле, шикле фараздарҙа ғына ҡорғандар. Йәһүдтәрҙең Ғайсаны үлтермәүе асыҡтыр. 158. Бәл, Аллаһ Ғайсаны Үҙенә күтәрҙе. Аллаһ - Ҡөҙрәт һәм Хикмәт Эйәһе булған Заттыр". (Ән-Нисә сүрәһе, 157-158-се аяттар).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә КәнзилАтфал китабынан тәржемә ителде. Мәғнәүи тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Ғәбдүл-Ғәлим Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa