Найти тему
Башҡортостан гәзите

Улар бер-береһен ярата...

Йома таң менән бар республиканы тетрәндәрген авария булды: Өфөгә ингән урында ике машина бәрелешеп биш кеше һәләк булды. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ВАЗ-2115 автомобилендә ете кеше ултырған. Иҫән ҡалған ике кеше: бер егет һәм ҡыҙ әле дауаханала. Әле “Уфа1” порталы уларҙың хәлен белгән. Иҫән ҡалғандар - Ишембайҙан Алексей менән Регина. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Ҡыҙҙың хәле ныҡ ауыр тип баһалана. Алексей нейрохирургия бүлексәһендә уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән ятһа, Регина нейрореанимация бүлексәһендә, хәле үтә ныҡ ауыр. Шулай уҡ асыҡланыуынса, егет менән ҡыҙ осрашып йөрөгән булған. Был турала егеттең авария мәлендәге реакцияһы ла һөйләй. Ул аңында булған һәм иҫһеҙ Регинаны торғоҙорға тырышып, уның өсөн ныҡ борсолған. Үрҙә телгә алғанса, ҡыҙҙың хәле үтә ауыр. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары уны һәләк булған тип тә яҙҙы, тик быны дәлилләгән рәсми мәғлүмәттәр юҡ. Шуға күрә йәштәргә һауығып китеүҙәрен теләйбеҙ. Фото: Телеграм.