Себештәр алып үҫтерергә теләүселәр күп. Уларҙы нисек һайлап алырға, шул турала кәңәштәр. Бер көнлөк себештәрҙе алғанда тәпәйҙәренә иғтибар итегеҙ: улар йылы, йомшаҡ, һары, аҡһыл һары, алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Тәпәйҙәр һыуыҡ, ҡоро, ҡаты, көрән йә күгерәк төҫтә, ҡан тамырҙары күренеп торһа, бармаҡтары аҫҡа бер аҙ кәкере булһа, был себештәр оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ торған. Ундайҙар ауырыуға тиҙ бирешәсәк. Ҙурыраҡ себештәрҙе алғанда, иң тәүҙә күтәреп, күҙҙәренә ҡарағыҙ: һеҙҙе күрәме, реакцияһы бармы? Тиҙ үҫтереүсе препараттар эскән себештәр үҙҙәрен робот кеүек тота, реакциялары яй. Кикеректәре ҡыҙыл йә алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Өйгә алып ҡайтҡас та һыу эсермәгеҙ. Өй температураһында, йә әҙерләнгән урындарында 1-2 сәғәт һыуынып алһындар. Юлдан ҡайтып, һыуынған себештәргә тәүге тапҡыр һыу 36-40 градус йылылыҡта бирелә, ул себештәрҙең эске ағзаларының йылылығы менән бер булырға тейеш. Икенсе тапҡыр һыу бүлмә температураһында булһа ла ярай. Быға тиклем ниндәй аҙыҡ биргәндәр, шуны ашаты