Найти в Дзене

Колледждарҙа Берҙәм асыҡ ишектәр көнө үтте

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың 51 урта һөнәри белем биреү ойошмаһында Берҙәм асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Ул – мәктәптәрҙе, колледждарҙы һәм техникумдарҙы ғына түгел, республиканың алдынғы предприятиеларын да берләштергән сара. Мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары талап ителгән эшсе һөнәрҙәр, практик йүнәлешле белем биреү программалары һәм ҙур компанияларға эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында белә алды. - «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында профессиональ белем биреү ойошмалары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Проект иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләргә мөмкинлек бирә. Берҙәм асыҡ ишектәр көнө - уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә төрлө һөнәрҙәр буйынса белем биреү сифатын үҙ күҙҙәре менән күреү һәм «профессияға эске яҡтан ҡарау мөмкинлеге» ул, - тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Берҙәм асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә ата-әсәләр йыйылыштары үтте, унда илдең төрлө субъекттарында

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың 51 урта һөнәри белем биреү ойошмаһында Берҙәм асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Ул – мәктәптәрҙе, колледждарҙы һәм техникумдарҙы ғына түгел, республиканың алдынғы предприятиеларын да берләштергән сара. Мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары талап ителгән эшсе һөнәрҙәр, практик йүнәлешле белем биреү программалары һәм ҙур компанияларға эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында белә алды. - «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында профессиональ белем биреү ойошмалары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Проект иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләргә мөмкинлек бирә. Берҙәм асыҡ ишектәр көнө - уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә төрлө һөнәрҙәр буйынса белем биреү сифатын үҙ күҙҙәре менән күреү һәм «профессияға эске яҡтан ҡарау мөмкинлеге» ул, - тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Берҙәм асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә ата-әсәләр йыйылыштары үтте, унда илдең төрлө субъекттарында эш биреүселәрҙең ихтыяжына йүнәлтелгән һөнәрҙәр тураһында һөйләнеләр, шулай уҡ йәштәргә колледждарға уҡырға инеү мәсьәләләре буйынса консультациялар бирҙеләр. Үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе төрлө яҡлап үҫтереүҙе, һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған ошоноң ише саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” һәм “Фән” милли проекттарының (национальный проект “Образование”, национальный проект “Наука”) бурыстарын үтәргә булышлыҡ итә. Сығанаҡ һәм фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.