“Беҙҙең яҡташтарыбыҙ, “Абзый” һәм “Юла” позывнойлы атай һәм ул, махсус хәби операция зонаһында хеҙмәт итә”, тип яҙа “Благоварские вести”. Тәүҙә фронтҡа улы китә. Ә ярты йылдан һуң уның артынан атаһы юллана. “Юла” десант-штурм дивизияһында хеҙмәт итә, ә “Абзый” – артиллерист. “Юла” ике тапҡыр яралана, һауыҡҡандан һуң яңынан сафҡа баҫа. Яҙын ялға ҡайтҡас, һөйгән ҡыҙына өйләнә. Яңыраҡ “Абзый”ҙың Ломов ауылында йәшәгән әсәһенә улы хеҙмәт иткән часть командованиеһынан Рәхмәт хаты килгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ваҡытында ул менән атай ғаиләләре менән өләсәй һәм әсәй янында булып, хәл белеште. Беҙ яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйын