19 апрель Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина”* тип аталған уникаль күргәҙмә асылды.Шведтар уны “Урал ынйыһы”, француздар “Мадам Грация”, үҙебеҙҙекеләр “Башҡорт бейеүе алиһәһе”, “Башҡорт мәҙәниәтенең феномены” тип данлай.Хореографик белеме булмаған ябай ауыл ҡыҙы нисек сит ил залдарын хайран итә алған? Билдәле “Заһиҙә” бейеүенең тарихы ниндәй серҙәр һаҡлай? Нисек мәңге йәш булып ҡалырға? Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар - "Башҡорт бейеүе легендаһы - Рәшиҙә Туйсина" күргәҙмәһендә.Шулай уҡ экспозицияла легендар бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның шәхси биҙәүестәрен, сәхнә кейемдәрен күрергә, талантлы ғаилә династияһы менән танышырға мөмкин.Ҡунаҡтарҙы Рәшиҙә Туйсина үҙе һәм уның тәрбиәләнеүселәре Салауат Мөхәмәтйәров, Айгөл Әсәҙуллина, Ирада Ҡадирова һәм Зәйнетдин сәләмләй. Күргәҙмә барышында экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу күҙаллана.“Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина” күргәҙмәһе ағымдағы йылдың 12 майына тиклем эшләйәсә