20 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге буласаҡ музыка музейын ҡараны. Ул Свердлов урамында ағалы-энеле Соловьевтар йортонда урынлашасаҡ. Бина менән танышыу ваҡытында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова музейҙың дүрт залының Шаляпин осорондағы (XIX быуат аҙағы) интерьерҙар менән биҙәләсәген белдерҙе. Айырым зал шәхестең Өфөләге эшмәкәрлегенә арналасаҡ. Тамашасыларға Шаляпин сығыш яһаған донъя тетарҙары тураһында ла һөйләйәсәктәр. Ә донъя залы иһә сәхнә менән камера майҙансығы һымаҡ итеп эшләнәсәк. Унда рояль ҡуйыласаҡ һәм ҙур булмаған концерттар үтәсәк. Экспозицияның дөйөм майҙаны 146 квадрат метр тәшкил итә. Федор Шаляпин исемендәге фонд вәкиле Филүс Ишбулатов күргәҙмәне биҙәү өсөн экспонаттар эҙләү буйынса ла ҙур эш башҡарылыуын билдәләне. - Музей коллекцияһында 600-ҙән ашыу предмет иҫәпләнә. Уларҙы беҙ тотош ил буйлынса эҙләнек. Бик ҡиммәтле булған табыштар ҙа бар. Шаляпиндың классик сәхнәләге тәүге аҙымдары тураһында ул иҫән сағы