Республикабыҙ Хәүефһеҙлек һәм йәшәйеш нигеҙҙәре фәне буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай. 21 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында олимпиаданың йомғаҡлау этабы башлана. Олимпиаданың ярыш өлөшө ике турҙан торасаҡ – теоретик һәм практик тур. Һәр йәш төркөмө өсөн практик тур айырыла. Ул 9-сы класс уҡыусыларының шәхси әҙерлеген тәүге ярҙам күрһәтеүҙә, тәбиғәт шарттарында юғалып ҡалмауҙа билдәйәсәк. 10-11-се кластар өсөн дә үҙенең бурыстары ҡуйылған. Практик тур сиктәрендә хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса ла ярыштар билдәләнгән. Ярыштар ғына түгел олимпиадала ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡалаһы буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ла көтә. Тантаналы йомғаҡлау саралары 27 майға билдәләнгән.