Быйыл ғинуар айының һөҙөмтәләре буйынса, үткән йылдың тәүге айы менән сағыштырғанда Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа әйләнеше 83,6 процентҡа артҡан. Был иһә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект "Международная кооперация и экспорт”) өлгәшелде, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы. - Ыңғай динамика экспорт күрһәткесендә сағыла. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республиканан Төркиәгә экспорт поставкалары күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда 123,2 процентҡа артҡан. Ә быйылғы ғинуар күрһәткестәре буйынса ике тапҡырға күбәйгән. Экспорт буйынса хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре – химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия, агросәнәғәт комплексы тауарҙары, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға, Рәсәй етештергән тауарҙар экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. фото: "Башинформ".