Найти тему
Башҡортостан гәзите

100 йәшең менән, Әүхәҙи бабай!

Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Уны ҡотларға район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, балалары һәм яҡындары килгән. 100 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя яңылыҡтарын күҙәтеп барыуы, күпте белеүе, зиһененең теүәл, күҙҙәренең үткер, күңеленең асыҡ булыуы һәм һәр көнгә ҡыуанып йәшәй белеүе менән бәхетле. Йөҙйәшәр ветеран - балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәгән бәхетле атай һәм олатай. Беҙ ҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ! Фото һәм сығанаҡ: "Торатау" гәзитенән.