Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Честно говоря” программаһы эфирында республикалағы эшһеҙлек менән бәйле хәл тураһында һөйләне. Етәксенең килтергән мәғлүмәттәре буйынса, кадрҙарға ҡытлыҡ заманыбыҙҙың төп трендына әүереләсәк. –“Эшһеҙлек” һүҙен бер нисә йылдарға оноторға тура киләсәк. 2030 йылға тиклем хеҙмәт баҙарына сығасаҡ йәштәр һаны кәмей генә барасаҡ. Хеҙмәт баҙары тулыланмаясаҡ. Шуға күрә эшһеҙлекте онотабыҙ. Иҡтисад өсөн оло һынау – кадрҙар ҡытлығы. Хәҙер һәр эш биреүсенең бурысы – уның предприятиеһында өс, биш, ун йылдан кемдең эшләйәсәген уйлау, ҡайғыртыу, – тине министр. Етәксе әйтеүенсә, төбәк буйынса бер эш эҙләүсегә уртаса дүрт вакансия тура килә, ә эшкәртеү производствоһында һәм сәнәғәтендә – һигеҙ. “Бөгөн хеҙмәткәрҙәрҙе эш биреүсе һайламай, ә эш эҙләүсе үҙе йөрөп иң яҡшы эш биреүсене һайлай”, – тип белдерҙе Ленара Иванова. Бөгөн республикала ниндәй һөнәр эйәләре етешмәй? “Предприятиеларға һәм ойошмаларға бөгөндән төрлө категориялы 4,5 мең водитель, 3,5 мең слесарь, һанлы программа менән идара ителеүсе станок операторҙары, эшселәр һәм инженерҙар кәрәк”, – тип белдерҙе етәксе. Фото: “Башинформ”.