Милли кейемебеҙгә иғтибар, ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Хәҙер француз яулыҡты оҫта ғына итеп көндәлек кейем менән бәйләп, кесерәйтеп эшләнгән милли биҙәүестәрҙе эш кейеме өҫтөнән тағы йөрөгәнгә береһе лә ғәжәпләнеп баҡмай. Заманына яйлаштырып тегелгән милли күлдәктәребеҙҙе һатыуға сығарыусылар ҙа бихисап. Яңыраҡ "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре берекмәһе яңы кейем коллекцияһы сығарҙы. Уны республиканың Милли әҙәбиәт музейы Милли кейем көнөнә арнап үткәргән сарала күрергә яҙҙы. Заманса итеп тегелгән зауыҡлы башҡорт милли кейемен күрһәткән ҡыҙҙар шөғөлләнгән модель агентлығы етәкселәренең береһе Луиза Эшрокованан был өлгөләр тураһында ентеклерәк һөйләүен үтендек. – "Рабиға" коллекцияһы менән таныштырырға бик яратабыҙ. Уны беренсегә генә кейеп сыҡмайбыҙ, быға ҡәҙәр Үзбәкстанда, Санкт-Петербургта үткән сараларҙа ҡатнашырға форсат тейҙе, яңыраҡ "Мисс Республика-2024" конкурсында ла тәҡдим иттек. Шундай матур, бай башҡорт халыҡ мәҙәниәтенең нәфис бер өлөшөн сағылдырған заманса кей