Былтыр Өфөлә Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял итеү паркы асылды. Уға нигеҙ 1947 йылда һалынған. 2023 йылда Рәсәй көнөнә ҡарата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса бында биләмәне үҙгәртеп ҡороу һәм төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тамамланды. Икенсе тыуған көнөн билдәләгән йәмле парк балалар һәм өлкәндәр ваҡытын матур үткәрһен өсөн бик күркәм урынға әүерелгән. Бында барыһы ла яңыртылған, заманлаштырылған, әммә уның исеме һаҡланып ҡалған. Был – үткән тарихыбыҙға, республикабыҙҙың алға китеше өсөн барлыҡ көс-дәртен һалған нефтехимиктарға ҡарата хөрмәт билдәһе ул. - Үткән быуаттың 60-сы йылдарында бында сәскәләр, төрлө клумбалар бар ине, сөнки бала сағым ошонда үтте. Тик ваҡыт үтә барған һайын парк үҙенең элекке яҡшы рәүешен юғалтҡайны, – тип һөйләне Татьяна Абоимова. – Хәҙер бында барыһы ла матур. Үҙем парктан йыраҡ йәшәмәгәс, көн һайын ошонда ял итәм, спорт менән шөғөлләнәм. Бына әле скандинав таяҡтары менән йөрөнөм. Ысынлап та, бында төҙөүселәр ҙур эштәр башҡарған. Иҫке аттракциондарҙы һүткәндәр, тротуарҙарҙың ватылған асфальт япмаһын алып ташлағандар, оҙаҡ ваҡыт йыйылған сүп-сарҙы сығарғандар. Һөҙөмтәлә бында спорт һәм балалар майҙансыҡтары, заманса велосипед-йәйәүлеләр юлы булдырыла, асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар, күләгәле лапаҫ ҡуйыла, туҡланыу пункттары, шахмат һәм шашка уйыны өсөн урындар йыһазландырыла. Шулай уҡ 200-гә яҡын тышҡы яҡтыртыу таяуҙары, тиҫтәләгән видеокүҙәтеү камералары монтажлана, интернетҡа тоташыу мөмкинлеге тәьмин ителә. Коммуналь инфраструктура тулыһынса тиерлек яңыртылған. Парктың тарихи ҡиәфәтен һаҡлап ҡалыу өсөн инеү урынында тәбиғи таштан бейек колонналар менән арка тергеҙелгән. - Хәҙер Нефтехимиктар паркын танып булмай. Ул күҙгә күренеп үҙгәрҙе, сынъяһауға әйләнде, әммә шул уҡ ваҡытта бала сағыбыҙҙан хәтеребеҙҙә уйылып ҡалған тарихи үҙенсәлеген һаҡлап ҡалды, – тип һөйләне бында ял итергә килеүселәр. Эйе, хәҙер паркты танымаҫлыҡ шул. 200-гә яҡын тышҡы яҡтыртыу таяуҙары, тиҫтәләгән видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, интернетҡа тоташыу мөмкинлеге менән тәьмин ителгән. Коммуналь инфраструктура тулыһынса тиерлек яңыртылған. Проектлаусылар паркты йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүлгән: 370 ағас, 2,1 мең ҡыуаҡ һәм сәскә ултыртылған. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, шуға парктың тарихи ҡиәфәтен һаҡлап ҡалыу өсөн инеү урынында тәбиғи таштан бейек колонналар менән арка тергеҙелгән. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.