Журналист. интернет селтәрендә фәһемле яҙмалар менән уртаҡлашҡан блогер, ҡул эштәре оҫтаһы Рәхимә Мусина "Алтылағы алтмышта тиҙәр бит әле. Мин дә алтмышҡа етә яҙғас, алтылағы уҡ булмаһа ла, 10-12 йәштәрҙәге хыялымды тормошҡа ашырып ултырам. Эй бала саҡта ҡурсаҡтарға матур кейемдәр бәйләп кейҙерергә теләгем ғәләмәт ҙур булды. Тик ул ваҡытта йә ҡурсағы булманы, ҡурсағы булһа, пряжаһы булманы. Әммә шул хыял ғүмерем буйы күңелем төбөндә генә йәшәп тик ятты. Ҡыҙым булһа, әлбиттә, әллә нимәләр эшләп бөткән булыр инем дә!..Әле бына ейәнсәремдең ике йыл элек үҙем бүләк иткән кукланы уйнатып ултырғанын күргәс, теге күңел төбөнә күмелгән хыял пылт итеп ҡалҡып килде лә сыҡты. Ғүмер буйы бер коробкаға йыйып барған пряжа ҡалдыҡтарын сығарып, аллы-гөллө күлдәктәр бәйләйем әле тиһәм, был һынлы Гөлмәрйәмгә (куклаға шулай исем бирҙем) остоҡ-мостоҡтарҙан ғына йүнле кейем килтереп сығарыуы ауыр икән, дастуин йомғаҡтар кәрәк булып сыҡты. Унан бигерәк ваҡытты күп ала, ярты йәшлек балаға бәйләүгә тиң. Һуңғ