Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баймаҡтан Индонезияға!

Мотоциклда сәйәхәт иткән Баймаҡ егете Индонезияға барып еткәнБаймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Ғәзим Мөхәмәтйәновтың мотоцикл менән донъя буйлап сәйәхәткә юлланыуы тураһында хәбәр иткән инек. Ул Мәскәү политехник университетын тамамлаған, инженер булып эшләй.Бынан алда Ғәзим Рәсәйҙән Һиндостанға тиклем араны мотоцикл менән үтте. Унан инде ул самолет менән Таиландҡа осҡан. Әлбиттә, транспортын осороу бер аҙ мәшәҡәттәр тыуҙырған, бының өсөн 110 мең һум сығым киткән. Бөгөн иһә ул карап менән Индонезияға барып еткән. "Индонезия буйлап сәйәхәт дауам итә, бәлки, Австралияға етеп, кенгуруны күреп тә ҡайтырмын", — ти Ғәзим. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ! Юлында тик изге кешеләр осраһын! Фото: асыҡ сығанаҡтан