Бөгөн Өфөлә журналистар өсөн “2023-2024 йылытыу миҙгеленең нисек үтеүе мәсьәләләре. Йомғаҡтар. Квитанцияларҙағы түләүҙәр” тигән темаға матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Йылытыу миҙгеленең нисек уҙыуы һәм халыҡтың түләү кваитанцияларында ниндәй һандар күрәсәге тураһында Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова, Торлаҡ һәм төҙөлөшкә дәүләт күҙәтеүе комитеты рәйесе урынбаҫары Владимир Леонтьев, “БашРТС” йәмәғиәтенең баш инженеры Азат Абдуллин, Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников һәм ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары вәкилдәре һөйләне. “Йылытыу миҙгеле былтыр 12 декабрҙә башланғайны, был юлы ул 194 тәүлк дауам итте, йәғни, алдағы миҙгел менән сағыштырғанда, 16 тәүлеккә ҡыҫҡараҡ булды, – тине министр. – Республикалағы күп фатирлы йорттарҙың 64 проценты йылыны иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылған, уларҙа йәшәгәндәр күпме йылы тотоноуға ҡарап түләй. Әммә иҫке торлаҡ йорттар ҙа бар әле, уларҙың күбеһенә техник сәбәптәр буйынса приборҙар ҡуйырға яраҡһыҙ”. “БашРТС бөтә килгән ялыуҙарҙы кисекмәҫтән ҡарай һәм тиҙ арала хәл итергә тырыша, – тине Азат Абдуллин. – Әгәр ҙә фатирҙа йылылыҡты иҫәпләү приборы һәм йортта уны кәметеү-арттырыу системаһы бар икән, был осраҡта бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ тыумай. Өфөлә йылытыу миҙгеле бөгөн, 19 апрелдә, туҡтатыла, дүшәмбе был системаларҙы ремонтлай башлайбыҙ, сөнки йәй ҡыҫҡа, өлгөрөргә кәрәк”. Торлаҡ-коммуналь хужалығы электән үк кадрҙарға иң ҙур мохтажлыҡ кисергән тармаҡтарҙың береһе булып танылған. Ирина Голованова әйтеүенсә, был мәсьәлә әле лә бик ҡырҡыу тора, йәштәр килмәй, нигеҙҙә оло быуын кешеләре хеҙмәтләндерә. “Был мәсьәләне яҡын киләсәктә һиҙелерлек яҡшыртыу мөмкин түгел тип уйлайым”, – тине министр. Автор фотоһы.