Дегәнәк япрағының яҙғыһы, яңы ғына сыҡҡаны, иң файҙалыһы. Япраҡтары баш ауыртыуын баҫа, эс китеүҙе туҡтата, йүтәлдән ҡотҡара,яман шеште иҫкәртә, булғанын кесерәйтә һәм бөтөрә, иммунитетты нығыта, аш эшкәртеүҙе яҡшырта. "Беҙгә сүп үләне һымаҡ ҡамасаулап, бимазалап ултырған, әммә иҫ киткес файҙалы үлән тураһында яҙып китмәксе булам. Дегәнәк һымаҡ йәбеште, тиҙәр, сат йәбешкән ныҡымыш кеше тураһында. Дегәнәк тә беҙгә сат йәбешә. Әйтерһең дә, миңә ҡара, әллә кем булып үтеп китмә, мин һиңә кәрәк, ти.Дегәнәк. Үләндең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. Тамырынан яһалған төнәтмәһенең 200мл. 600 һум торғанын беләм. Ә ул беҙҙең кәртә артында күҙ көйөгө булып үҫеп ултыра. Дегәнәктең ғәләмәт сихәтләнеү көсөнә эйә булған япраҡтары киң, яҫы булып үҫә. Элек ҡыҙыуҙа һыу ингәндә башҡа ябынып ята инек, ҡояш эҫеһе башҡа һуҡмаһын, тип. Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Японияла уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, салат итеп йәш япраҡтарын ашайҙар. Ул япраҡтарҙа бик күп С ви