Бөгөн, 18 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин булды. Ул республикабыҙҙың милли-мәҙәни ойошмалары етәкселәре менән осрашты. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, фән өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. А. Бадранов йыйылыусыларҙы республика етәксеһе исеменән сәләмләне. Күп милләтле Башҡортостанда бер ҡасан да милләт-ара йәки конфессия-ара ыҙғыштар булмауы менән ғорурланабыҙ, тип билдәләне ул. "Был, әлбиттә, иң беренсе республика халҡының ҡаҙанышы, ул татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәүҙе һайлай. Беҙҙең ата-бабалар бергәләшеп Ватанды төҙөгән һәм яҡлаған. Бөгөн дә тарих ҡабатлана. Башҡортостандың төрлө милләтле ир-егеттәре махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән Рәсәйҙең суверенитетын, киләсәген һаҡлауҙа ҡатнаша", - тине ул. Г. Семигин, Рәсәйгә ҡаршы булған илдәр, беҙҙе яу яланында ла, иҡтисади ҡаршылыҡта л