Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, йәмәғәтселек һәм блогерҙар менән осрашты. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, идара итеү командаһының эше һәм алдағы йылдарға перспектив пландар тураһында көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. – Беҙ һеҙҙең менән күптән аралашманыҡ, шуға күрә ошондай осрашыу ойошторорға булдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Был бик мөһим, сөнки һәр ваҡыт төрлө процестар, ваҡиғалар бара, һәм һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙермен. Етәксенән Совет майҙанының артабанғы яҙмышы тураһында һоранылар. – Элек Совет майҙанында парковка булды, һәм беҙ уны алып ташланыҡ. 210 машина һыйҙырышлы дүрт ҡатлы парковканы Цюрупа урамында, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бинаһы артында төҙөйбөҙ. Тәүҙә Совет майҙанында генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйырға планлаштырғайныҡ. Һуңынан ҡарарҙы бер аҙ үҙгәрттек. Мин махсус рәүештә Будапештҡа юлландым, унда ат статуялары бик күп. Бында ҡала үҙ
Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡайҙа ҡуйылыр?
18 апреля 202418 апр 2024
2 мин