Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән осрашҡан саҡта уға йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Журналистар етәксенән республикала ВСУ дрондары һөжүме хәүефе бармы тип һораны. Һәм стратегик яҡтан мөһим предприятиеларҙы һаҡлау өсөн саралар күреләме тип ҡыҙыҡһындылар. Был мәсьәләне иртәгә үтәсәк терроризмға ҡаршы комиссия ултырышында тикшереү планлаштырылғайны, тине Радий Хәбиров. “Әлеге ваҡытта "Башнефть" инициатива күрһәтте һәм үҙенең хәүеф тыуҙырған төп объекттарын билдәләне. Улар һөжүм итеүҙең маҡсаты булыуы мөмкин булған предприятиеларҙы, билдәле бер механик ҡоймалар менән йыһазландырҙы. Әммә бының тулы ҡарар түгел икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, сөнки улар, әйтәйек, тәүге һөжүмгә бирешмәйәсәк, әммә икенсеһе булыуы ихтимал. Шуға күрә эштең бер өлөшө башҡарылған, һәм ул даими дауам итә, – тине ул. – Икенсеһе. Күҙәтеү системаһы эшләй, был да "Башнефть" һәм предприятиеның хәүефһеҙлеген тәьмин и