Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостанда эшләүсе республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуы үтә. Осрашыуҙа шулай уҡ блогерҙар, политологтар, йәмәғәтселәр ҙә ҡатнаша. Иң башта уҡ Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙың бөтә һорауҙарына ла ғәҙел яуап бирергә әҙер булыуын белдерҙе. Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән эш осрашыуының ябыҡ өлөшө барышында ниндәй мәсьәләләрҙе тикшереүе тураһында һөйләне. Президент менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде, тип билдәләне етәксе. “Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү – ҙур, амбициялы бурыс. Быйыл комплекстың күпселек өлөшөн тамамлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, Пугачев урамы, юл үткәргестәре, унда тәртип урынлаштырырбыҙ. Был – 30 миллиард һумдан ашыу суммаға баһаланған етди проект. Көньяҡтан урап үтеү юлы тағы ла
Радий Хәбиров ни өсөн икенсе срокка барыуын аңлатты
18 апреля 202418 апр 2024
2 мин