Баймаҡ районы Күсей ауылы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге уй-ниәттәр менән ҡорбан сала, аяттар бағышлай. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин икәнен улар яҡшы аңлай. Шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, мәктәп ашханаһында борщ, быҡтырылған ит эшләнеләр, ҡатын-ҡыҙҙар һалма йәйҙе. Шулай уҡ яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым тупланған гуманитар ярҙам даими рәүештә туплана. Күптән түгел ҡатын -ҡыҙҙар окоп шәме, маскировкалау селтәрҙәре эшләне. Яңыраҡ Күсей һәм Моҡас ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡ үҙҙәре аҡса йыйып, "Урал" мотоциклы, "Газель" машинаһын һатып алып, 428-се полк яугирҙәренә алып барып тапшырҙы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Күсей ауылының өс ир-егете тәүәккәлләп махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына "Ларгус" автомобилендә юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр алып барҙы, ауы