Ҡайһы Пәйғәмбәр ҡаты сир (ауырыу) менән һыналған, һәм сабырлыҡ күрһәтеп, шөкөр иткән?
Яуап: Әйүп (Әййүб) ғәләйһис-сәләм
Быға дәлил
Аллаһ әйтә ﴿وَاذكُر عَبدَنا أَيّوبَ إِذ نادى رَبَّهُ أَنّي مَسَّنِيَ الشَّيطانُ بِنُصبٍ وَعَذاب ٍ اركُض بِرِجلِكَ هذا مُغتَسَلٌ بارِدٌ وَشَراب ٌ وَوَهَبنا لَهُ أَهلَهُ وَمِثلَهُم مَعَهُم رَحمَةً مِنّا وَذِكرى لِأُولِي الأَلباب ِ وَخُذ بِيَدِكَ ضِغثًا فَاضرِب بِهِ وَلا تَحنَث إِنّا وَجَدناهُ صابِرًا نِعمَ العَبدُ إِنَّهُ أَوّابٌ﴾ "41. Беҙҙең ҡолобоҙ булған Әййүбте иҫлә. Ул Раббыһына ялбарҙы: - Шайтан миңә зарар (тән ауырыуы) һәм мәшәҡәт (байлыҡ һәм балалар һәләк булыуы) менән тейҙе", - тип. 42. Әййүбкә әйтелде: "Аяғың менән ергә тип!". (Һәм ерҙән һыу урғылып сыҡты) Бына һиңә йыуынырға һәм эсергә һалҡын һыу. 43. Һәм Беҙ Әййүбкә ғаиләһен икеләтә ҡайтарып Бирҙек. Был Беҙҙән рәхимлек булараҡ һәм аҡыл эйәләренә иҫләтмә ине. 44. Эй, Әййүб! Ҡулыңа бер бәйләм ҡоро үлән алда, шуның менән ҡатыныңа һуҡ! Тик антыңды боҙма!". Беҙ Әййүбте сабырлы ҡол тип таптыҡ. Бик яҡшы ҡол-бәндә ине. Ысынлап та, ул гел Аллаһҡа ҡайтыусы булды.". (Сад сүрәһе, 41-44-се аяттар).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә КәнзилАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa