Найти в Дзене

Ҡайһы Пәйғәмбәр ҡырмыҫҡа һәм Һүдһүд (удод) исемле ҡош менән һөйләшкән ине?

Ҡайһы Пәйғәмбәр ҡырмыҫҡа һәм Һүдһүд (удод) исемле ҡош менән һөйләшкән ине?

Яуап: Сүләймән ғәләйһис-сәләм

Быға дәлил

Аллаһ әйтә حَتّى إِذا أَتَوا عَلى وادِ النَّملِ قالَت نَملَةٌ يا أَيُّهَا النَّملُ ادخُلوا مَساكِنَكُم لا يَحطِمَنَّكُم سُلَيمانُ وَجُنودُهُ وَهُم لا يَشعُرون َ۝ فَتَبَسَّمَ ضاحِكًا مِن قَولِها "18. Һәм улар ҡырмыҫҡалы яланға килеп еткәс, бер ҡырмыҫҡа Сүләймән ғәскәрен күреп әйтте: - Эй, Ҡырмыҫҡалар! Йорттарығыҙға инегеҙ! Һеҙҙе белмәйенсә, Сүләймән ғәскәре һеҙҙе иҙеп-тапап ҡуймаһын ! 19. Сүләймән был ҡырмыҫҡаның һүҙен ишетеп, йылмайҙы һәм көлдө". (Нәмл сүрәһе, 18-19-сы аяттар).

Аллаһ әйтә وَتَفَقَّدَ الطَّيرَ فَقالَ ما لِيَ لا أَرَى الهُدهُدَ أَم كانَ مِنَ الغائِبين َ۝ لَأُعَذِّبَنَّهُ عَذابًا شَديدًا أَو لَأَذبَحَنَّهُ أَو لَيَأتِيَنّي بِسُلطانٍ مُبين ٍ۝ فَمَكَثَ غَيرَ بَعيدٍ فَقالَ أَحَطتُ بِما لَم تُحِط بِهِ وَجِئتُكَ مِن سَبَإٍ بِنَبَإٍ يَقينٍ "20.Сүләймән шул арала Һүдһүд ҡошон юғалтты, һәм әйтте: -Миңә ни булды, сөнки Һүдһүд ҡошон күрмәйем. Әллә ул ғәйеп булып юғалдымы? 21.Мин уны язаға тарттырамын йәки һуямын, әгәр ҙә ни өсөн килмәгәнен аҡларлыҡ иҫбат тапмаһа. 22.Бер аҙ ваҡыт уҙғас, Һүдһүд килеп етеп, Сүләймәнгә әйтте: -Һин белмәгәнде беләмен, һәм һиңә Сәбә иленән ышаныслы хәбәр килтерҙем". (Ән-Нәмл сүрәһе, 20-22-се аяттар).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә КәнзилАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Ғәбдүл-Ғәлим Әл-Бәшҡурди. #балаларға