Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәйерле көн, әхирәттәр!

"Башҡортостан" дәүләт концерт залының Бәләкәй залында "Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһының XII отчет-һайлау конференцияһы ойошторолдо. Унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан гүзәл заттар ҡатнашты. "Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Солтанова тамашалар залына "Хәйерле көн, әхирәттәр!" тип өндәште. – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем тормош менән йәшәй, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй, – тине Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы. – Биш йыл һуҙымында бик күп уй-маҡсаттар тормошҡа ашырылған. Рәшиҙә Солтанова һөйләүенсә, бөгөн улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың ғаиләләрен ярҙамдан өҙмәй, шул уҡ ваҡытта яугир яҡташтарыбыҙ өсөн төрлө кәрәк-яраҡ йыйыуҙа ла ҡатнаша. Әле иһә Ырымбур өлкәһенә аҡсалата ярҙам күрһәтәләр, 240 мең һум тирәһе аҡсаның йыйылыуы - шуға асыҡ миҫал. Дәүләт Думаһы депутаттары араһында Башҡортостандан бер нисә ҡатын-ҡыҙҙар иҫәпләнә, бынан тыш, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ла депуттаттар бар. Республикабыҙҙың район хакимиәттәре башлыҡтары – Ҡыйғыла Зөһрә Гордиенко, Иглинда Гүзәл Насирова, Стәрлетамаҡта Рита Сәмиғуллина һәм башҡалар уңышлы эшләй. Автор фотоһы.