Аҙна башында үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә яҙғы төҙөкләндереү эштәре тикшерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әле һаман йүнле тәртип булдырылмаған муниципалитет башлыҡтарын шелтәләне. Дүрт район – Әлшәй, Йылайыр, Краснокама һәм Нуриман райондары Башлыҡтың һыу һибеүсе машиналар алыу буйынса йөкләмәһен үтәмәгән. Был райондарҙа юлдарҙы йыуҙырыу өсөн бер техника ла юҡ. Шулай уҡ Радий Фәрит улы коммуналь техниканың яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерлек кимәле менән дә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Тик 14 район - Өфөнөң Ленин районы, Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Бәләбәй, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Учалы ҡалалары юғары кимәлдә әҙер. Баш ҡаланың Дим, Калинин, Киров, Октябрь, Орджоникидзе райондары, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Нефтекама ҡалаларының әҙерлеге уртаса. Өфөнөң Совет районында һәм Туймазыла иһә әҙерлек кимәле түбән булып ҡала. Был райондарға шелтә белдерелде. Кәңәшмәнән һуң өс көн үткәс, беҙ Туймазы ҡалаһына шылтыраттыҡ һәм хәлдәр торошо менән ҡыҙы