Краснокама районы мәктәптәрендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре эшләй. Яңы Ҡабан ауылының мәктәп-интернатында урынлашҡан үҙәктә район мәктәптәренең технология уҡытыусыларының методик берләшмәһе ултырышы үтте. Ултырыш программаһы төрлө һәм бай булды, уға асыҡ дәрес, дәрестән тыш сара, түңәрәк өҫтәл, шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн мәктәп буйлап экскурсия инде. Технология уҡытыусыһы Венер Муллағәлиев ҡунаҡтарҙы мәктәп музейы, “Мәғариф” милли проекты программаһы буйынса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ярҙамында мәктәп уҡыусылары ике йыл рәттән тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында еңеү яулай. “Йортто төҙөкләндереү” асыҡ дәресе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды, унда уҡытыусы проект ҡорамалдарын ҡулланған. Космонавтика көнөнә арналған кластан тыш “Күңелле космодром” сараһы бөтәһенә лә оҡшаны. 5 класс уҡыусылары конкурстарҙа әүҙем ҡат