“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ойошторолған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы конкурсантыбыҙ – Ҡалтасы районының Кәлтәй ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ульяна Евгеньевна Батыршина. Ульяна Евгеньевна 2009 йылда Кәлтәй ауыл хакимиәтенә йәштәр менән эшләү буйынса белгес булып килә. Тырыш, маҡсатлы хеҙмәткәрҙе 2011 йылда эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләйҙәр. 2020 йылдың сентябрендә уны хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар. - Хакимиәт башлығы булып эшләү – еңел хеҙмәт түгел, ул бик күп көс, фиҙакәрлек талап итә. Эш күп яҡлы. Бында үҙеңә ваҡыт та ҡалмай тиерлек. Тәүлектең һәр сәғәтендә, минутында бәйләнештә булырға тура килә, үҙ биләмәңдәге хәлдәр торошон белеп торорға тейешһең, сөнки халыҡтың именлеге, хәүефһеҙлеге өсөн яуаплыһың, - ти Ульяна Евгеньевна. Үҙ эшмәкәрлегендә кешеләр менән уртаҡ тел табыу, уларҙы тыңлай белеү, проблемалары менән яңғ