Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Еңеү яулаған ветерандарға сикһеҙ рәхмәтле һәм уларға ҙур ихтирам-хөрмәт менән ҡарай. Күптән түгел бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған, Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән ветеран Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов менән осрашыуҙы бик тулҡынланып көттөк. Урындағы ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова менән ветеран йәшәгән йортҡа юлландыҡ. Ғәбдрәхим Саттар улы һәм йорт хужалары барыбыҙҙы ла бик ихлас, шатланып ҡаршыланы. Ғәбдрәхим Садиҡов Ғафури районының Яңы Заһит ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 17 йәш кенә була. 18 йәше тулыуға, йәғни 1942 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Башта - Алкинда, һуңынан Туймазыла бер йылға яҡын кавалерия полкында һуғыш серҙәренә өйрәнә. 1943 йылдың майында әҙерлекле һалдаттарҙы эшелондарға тейәп, Бөйөк Ватан һуғышына оҙаталар. 2-се Белоруссия фронтының минометсылар бригадаһына эләгә Ғафури егете. Ғәбдрәхим Саттар улы һуғышҡан полк бик күп ҡала-ауылдарҙы фашистарҙан