Өфөлә Дамир менән Павелды эҙләү эштәре дауам итә. Ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр Ағиҙел буйын һәм өҫтөн тикшерә. UFA1.RU порталы “ЛизаАлерт” ирекмәндәр отрядының төбәк вәкиле Николай Сынковский менән аралашҡан. Ирекмән хәбәр итеүенсә, 19 көн эсендә эҙләүҙәр Благовещенға тиклем барып еткән. Ярҙамға кешеләр килеүен дауам итә, тик шулай ҙа уларҙың һаны һиҙелерлек кәмегән. – Бөгөн унға яҡын ғына кеше килде, ә йәкшәмбелә 40-тан ашыу булғайны. Эҙләү эштәре алып барылғаны тураһында яңыраҡ ҡына белгәндәр ҙә килә. Беҙ яр буйҙарын тикшереүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Юғалған районда хәҙер Эске эштәр министрлығының кинология төркөмө эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы катерҙа һәм ике кәмәлә һыуҙы тикшерә, – тигән Сынковский. Шулай уҡ ул ирекмәндәрҙең ныҡ арыуын билдәләгән. – Беҙ тәүге көндәрҙә тәүлек әйләнәһенә эшләнек. Арыу тойғоһо барлыҡҡа килде, кешеләрҙең шәхси эштәре лә йыйылып китте. Күптәр эштәренән һорап китте, ярҙам итеү өсөн үҙ иҫәптәренә отпуск алды. Хәҙер барыһы ла былай эшләй алмай, – тигән