Беҙҙең күршелә күп балалы ғаилә йәшәй торғайны. Әсәһе бик уҫал, атайҙары, киреһенсә, йомшаҡ, малайҙары тупаҫ, һуғышҡаҡ, гел йоҙроҡтарын төйнәп кенә йөрөгән кеүек хәтерҙә ҡалған. Бына шул тәртипһеҙ малайҙар араһында төҫө-ҡиәфәте менән дә, холҡо менән дә уларҙан ныҡ айырылып торған бер бөртөк Йәмилә исемле ҡыҙ ҙа буй еткерә ине. Беҙгә, миңә һәм апайыма, ул ваҡытта ете һәм туғыҙ йәштәр тирәһе булғандыр. Үҙебеҙҙән байтаҡҡа өлкән матур аҡ йөҙлө, һары сәсле, зәңгәр күҙле шул апайҙы күрер өсөн генә улар тирәһенә бара инек. Ул да беҙҙе иптәш күреп, үҙ итеп, ихлас йылмайып һөйләшә, өй алдындағы бүрәнәгә ултырып сәстәребеҙҙе үрә, нимәлер һөйләп көлдөрә торғайны, әлбиттә, әсәһе тәҙрәһен асып ҡысҡырып ҡайтарғанға тиклем генә. Өйҙәрендә кеше булмағанда эскә лә саҡырып индерә торғайны. Күмәк булһалар ҙа, өйҙәре һәр саҡ йыйыштырыулы, иҙәндәре һап-һары булып ялтырап ятҡаны хәтерҙә. Йәмилә апайҙың кер йыуғанын ҡарап торорға ярата торғайным: һабынды ныҡ күпертеп, тап-таҙа итеп йыуып, ҡояшҡа сығарып элгә