Евразия күсмә цивилизациялар музейы – республикала төп тарихи- мәҙәни проекттарҙың береһе буласаҡ. Уны төҙөү тураһындағы пландары менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылдың 9 июлендә “Шүлгәнташ” музей-заповеднигын асыу тантанаһында иғлан иткәйне. 2024 йылдың июнь айында майҙаны 600 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән Евразия күсмә цивилизациялар музейы визит-үҙәген асыу планлаштырыла. Комплекс составында лекциялар үткәреү мөмкинлеге булған экспозиция залы, кафе эшләйәсәк. – Музей республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәре һәм хатта сит илдәр туристарын да үҙенә йәлеп итәсәк, – тип билдәләне Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин. Әлеге көндә Евразия музейының визит-үҙәген һәм Торахан кәшәнәһен тоташтырасаҡ йәйәүлеләр һуҡмағы һалынған. Һуҡмаҡтың оҙонлоғо – 620 метр самаһы. Тиҙҙән унда яҡтылыҡ үткәреләсәк, эскәмйәләр, Евразия далаһының тарихын һөйләүсе мәғлүмәт стендтары ҡуйыласаҡ. Хәҙерге ваҡытта визит-үҙәктең корп