Оҙайлы ялдарҙа яҡындарығыҙҙы нимә менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙ? Иғтибарығыҙға тәмле ваҡбәлеш, бәлеш рецептын тәҡдим итәбеҙ. Ул ябай ғына эшләнә һәм бик тәмле килеп сыға. Үҙенсәлек шунда: иғтибарығыҙға ике төрлө ҡамыр рецептын тәҡдим итәбеҙ. Беренсеһе - аҡ май һәм ҡаймаҡ менән, икенсеһе – көнбағыш майы һәм майонез менән. Икеһе лә бик тәмле. Һайлап алырға була. Беренсеһе: 180 гр аҡ май 1 стакан ҡаймаҡ 1 сәй ҡалағы тоҙ 0,5 сәй ҡалағы сода Он, ҡамыр тығыҙ булмаҫҡа тейеш. Икенсеһе: 200 мл һыу (һурпа һалырға ла мөмкин, тәмлерәк була) 1 йомортҡа 2 аш ҡалағы майонез 1 сәй ҡалағы тоҙ 120 гр көнбағыш майы Он Ике рецепт та ҙур бәлеш өсөн дә һәйбәт буласаҡ. Эслеге: Ит, ниндәйҙе теләйһегеҙ, ғәҙәттә тауыҡ итен алалар Картуф Һуған (ни тиклем күберәк, шул тиклем тәмлерәк) Тоҙ Борос Аҡ май. Фото: queenphoto.ru