“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Шишмә үҙәк район дауаханаһына яңы ультратауыш аппараты алынды. Ҡағиҙә булараҡ, йөклөлөктө күҙәткәндә планда өс ультратауыш тикшереүе үткәреү ҡаралған. Беренсе триместрҙа тикшереү яралғының айырым тән өлөштәренең симметрияһын, плацента структураһын билдәләй, яралғы эргәһендәге һыу күләмен асыҡлай. Шулай уҡ өҙлөгөүҙәр хәүефен, бала үҫешендәге аномалияларҙы һәм айырым генетик сирҙәрҙе асыҡлай. Икенсе тикшереү тулҡынландырғыс: тап шунда әсәйҙәр баланың енесен белә. Өсөнсө тикшереү баланың дөйөм үҫешен күрһәтә, плацента торошон, ҡорһаҡта нисек ятыуын билдәләй. Был күрһәткестәрҙең барыһы ла мөһим. – Ошондай сифатлы ҡорамал ярҙамында пациенттарыбыҙҙың йөклөлөк барышын күҙәтеүебеҙ һөйөнөслө. Ул бик асыҡ күрһәтә. Яңы сканер менән эшләү уңайлы. Уның ярҙамында эш сифатын да, күләмен дә яҡшырта алабыҙ, - тине ультратауыш диагностикаһы табибы Лилиә Ишбулдина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 й
Тикшереүҙәрҙең икенсеһе айырыуса тулҡынландырғыс...
29 апреля 202429 апр 2024
1 мин