Билдәле Рәсәй эстрадаһы йондоҙо, Башҡортостанда тыуып үҫкән йырсы Алсу (Алһыу Абрамова) 2019 йылда “Голос. Дети” тапшырыуында ҡыҙы Микелланың ғәҙелһеҙ еңеүе өсөн ғәфү үтенде. Ул үҙенең балаһына, теләһә ҡайһы әсәй кеүек үк ярҙам итергә теләүе, әммә “арттырып ебәреүе”н билдәләгән. Билдәле яҡташыбыҙ бул турала “Youtube-канал”да Наталья Подольскаяға биргән интервьюһында әйткән. “Бөтә халыҡ алдында ғәфү үтенгем килә. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙ балаларыбыҙҙы бик яратабыҙ, уларға нисек тә ярҙам итергә теләйбеҙ. Ул саҡта мин дөрөҫ эшләмәнем. Шуға күрә Микелла алдында ла, башҡалар алдында ла ғәфү үтенәм” – тигән ул. Алсу үҙенең танылған артист булыуынан файҙаланған, тик “арттырып ебәргән”ен таныған. “Бындай ваҡытта, теләһә ҡайһы әсәй кеүек үк, балаңа ярҙам итергә атлығып тороуҙан башҡа бер нимә тураһында ла уйламайһың. Проекттағы башҡа әсәйҙәр кеүек: кемдеңдер 10 мең яҙылыусыһы бар, кемдекелер 50 мең, ә өсөнсөләрҙеке 100 мең... Һәр ҡайһыныһы туғандары һәм таныштарына тауыш бир әле тип шылтырата. Ә мин башҡа “йондоҙ”ҙарҙан һәм яҙылыусыларымдан ҡыҙым өсөн тауыш биреүҙе һәм быға өндәүҙе һораным. Тик уларҙың минеке кеүек ике миллион яҙылыусыһы юҡ шул”, тип ул ҡыҙыныың ғәҙелһеҙ еңеүен таныған. Фото: социаль селтәрҙәр.