Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылының шәп уҙаманы, ауылы яҙмышына битараф булмаған Байрам Лоҡманов үҙ көсө менән тағы бер изге эш атҡарып ҡуйған. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары сигендә бай тарихлы Хан-ҡала тауы бар, унда башҡорт батыры Ҡараһаҡал үҙенең ғәскәре менән торған, тиҙәр. Ихтилал баҫтырылғас, халыҡты аяуһыҙ ҡыралар һәм ир-егеттәр менән бергә сая башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яуға күтәрелә. Был тирәләге Зәйнәб, Гөлбикә йылғалары, Зөләйхә, Гәүһәр ҡотоғо атамалары шунан килеп сыҡҡан тигән фараз йөрөй.Байрам ағай күптән ниәтләп йөрөгән уйын тормошҡа ашырып, ауыл янындағы “Гәүһәр ҡотоғо”н таҙартып, төҙөкләндергән. Ҡотоҡтоң һыуы Өмөтбай шишмәһенеке кеүек һөт төҫөндә, шулай уҡ бығырлап ҡайнап, ер аҫтынан сығып ята. Һыуы тәмле, йәйгеһен дә ҡоромай. Тик тирә-яғын мал тапап, йәмен ебәргән. Шундай матур тәбиәғәт ҡомартҡыһы өсөн йәне әсегән Байрам Сәрүәр улы бер кемгә лә әйтеп тормай, үҙе эшкә тотона. Бөтә кәрәкле материалдар, буяуҙарҙы Лоҡмановтар үҙҙәре һатып алған. Оҫта ҡуллы Байрам ағай ”Гәүһәр ҡотоғо” тип семәрләп яҙып ҡуйған, ҡустыһы Данил менән бағана ултыртып кәртәләгәндәр. Фәниә апай ҡыҙы Зарина менән матур төҫтәргә буяп ҡуйған. Баҡсаның дүрт мөйөшөнә мышар ағастарын ултыртҡандар, ял итергә теләүселәр өсөн эскәмйә лә эшләгәндәр."Бер шишмәне таҙалап, кәртәләп ҡуйыу сауабы — мәсет һалыу сауабына тиң", — тигән боронғолар. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштары, изге эштәре өсөн Лоҡмановтар ғаиләһенә оло рәхмәт! Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзитенән.