Найти тему
Башҡортостан гәзите

Унһыҙ медицинаны күҙ алдына килтереп булмай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Учалы ҡала дауаханаһының поликлиника бүлексәһенә ультратауыш диагностикаһы аппараты алынды. Ультратауыш тикшереүе ысулы ярҙамында диагностикалау үҙенең тәьҫирлелеге һәм теүәллеге менән бына 77 йыл инде медицина тармағына хеҙмәт итә. Шунан бирле ул камиллаша һәм яҡшыра ғына бара. Заманса стандарттар буйынса күп сирҙәрҙе диагностикалау был аппаратты ҡулланмайынса башҡарыу мөмкин түгел. Сифатлы ҡорамал егерме беренсе быуат медицинаһының айырылғыһыҙ өлөшө. – Аппараттың функциялары һәм режимдары күп булыуына ҡарамаҫтан, уны файҙаланыу уңайлы, мин уның менән эшләүгә тиҙ өйрәндем. Экрандағы һүрәт аныҡ, үҙгәрештәр яҡшы күренә, – ти ультратауыш диагностикаһы табибы Айгөл Ситдиҡова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.